Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Март 2023, 17:20

Эске камиллыҡҡа ынтылыш…

Билдәле булыуынса, мәғарифтың киләсәге уҡытыу һәм тәрбиә  сифатына, йәш белгестәрҙең әүҙемлегенә, уларҙың шәхси һәм профессиональ камиллығына, эшһөйәрлектәренә бәйле. Юғары уҡыу йортон тамалаған йәштәр иң тәүҙә бар яҡтан да әҙерлекле яҡшы белгес булырға тейештәр. Бөгөнгө көндә уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә үҙ абруйын үҙе күтәрергә тейеш, заман шуны талап итә. Йәш белгескә төп талаптар – төплө сифатлы белем һәм эске тәртип кәрәклеген һәр кем аңлай. Пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары һарайында яңыраҡ уҙған «Мәғарифтың йәш белгесе -2023» конкурсы – тап шундай тәьҫораттар ҡалдырҙы ла инде.

  Бында ошо конкурстың финалына үткән 11 тәрбиәсе һәм уҡытыусы ярышты.  Ҡалабыҙ балалар баҡсаларында, мәктәптәрендә эшләгән йәш белгестәр үҙҙәре менән таныштырып, ижади эшмәкәрлектәре менән таң ҡалдырҙылар. Күптәрҙең әҙерлеге шәп ине, ләкин араларында ҡыйыуһыҙыраҡ сығыштар ҙа булды,  уларҙың бындай бәйгелә тәү тапҡыр ҡатнашҡанлығы күренеп тора. Әлбиттә көйөрмәндәрҙең тырышлығы ла бушҡа булманы.  Бигерәк  тә 93-сө, 41-се, 31-се балалар баҡсаһын, 12-се лицейҙы билдәләп үтәһе килә. Тағы ла бер  нәмәгә иғтибар иттем, тәрбиәсе ҡыҙҙарҙың күбеһе  Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри  колледжды тамамлағандар. Шуға ла уларҙың  сығыштары төрлөлөгө менән хайран итте. Фәҡәт талант һәм фантазия гармонияһы конурсанттарҙың эске донъяһын күҙ алдына баҫтырҙы. Һөҙөмтәлә 31 балалар баҡсаһынан Бойко Мария гран-при яуланы.  Ә номинацияларҙа еңеүселәр дипломға лайыҡ булдылар.

Шулай итеп 6-сы гимназиянан өҫтәмә белем биреү педагогы Федорова Н.А. «Милли мәҙәниәттәрҙе һәм халыҡ йолаларын һаҡлағаны өсөн», ә  12-се лицейҙың  тарих уҡытыусыһы Тимошадченко Т.А. «Педагогик өмөт»номинацияһы менән бүләкләнде.  Шулай уҡ 93-сө балалар баҡсаһынан тәрбиәсе Алимпеева А.А. «Талант һәм илһам», ә 21-се балалар баҡсаһынан тәбиәсе Абасова Н.М. «Профессияға тоғролоҡ өсөн» номинацияларына лайыҡ булдылар.   Миңә ҡалһа, жюри лайыҡ тип тапмаһа ла 93-сө балалар баҡсаһынан тәрбиәсе Дарья Богданованың әҙерлеге һәм сығышы бик матур тойғолар ҡалдырҙы.  Ошо уҡ һүҙҙәрҙе 41-се балалар баҡсаһынан конкурста ҡатнашҡан  тәрбиәсегә ҡарата ла әйтеп булыр ине.

Сараны «Марьяна», «Каледа» вокаль коллективтары, « Антре»  бейеү ансамбле, «Феникс» эстрада вокалы студияһы биҙәне.  Бындай конкурстар йәш белгестәрҙең күңелен үҫтереүгә ҡоролған. Ә уларҙың артабанғы еңеүҙәре ошондай бәйгеләрҙәге тәүге ҡыйыр-ҡыймаҫ баҫҡан аҙымдарҙан башлана.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Динара Исхакова фотоһы.

 

Эске камиллыҡҡа ынтылыш…
Эске камиллыҡҡа ынтылыш…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: