Ашҡаҙар
+21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Март 2023, 14:50

Республика етәксеһе мәктәпкәсә белем биреү педагогтары өсөн премиялар булдырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү педагогтары өсөн премиялар тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Республика етәксеһе мәктәпкәсә белем биреү педагогтары өсөн премиялар булдырҙы
Республика етәксеһе мәктәпкәсә белем биреү педагогтары өсөн премиялар булдырҙы

Указдың тексынан күренеүенсә, «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика һөнәри конкурсы һәм уның сиктәрендә уҙғарылған «Уҡытыу туған телдә алып барылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына йыл да Башҡортостан Башлығының премиялары тапшырылырға тейеш.

50 мең һум күләмендәге премия юғарыла билдәләнгән конкурстарҙың ике еңеүсеһенә бирелә. Һәр конкурстың тағы дүрт лауреатына 30 мең һум аҡса тапшырыла.

Премиялар мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының иң яҡшы педагогик хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү маҡсатында булдырылған.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: