

1. Ҡасан һәм ҡайҙа барырға?
Был һорау йәшәгән урынында бер нисә мәктәп булған ҡала халҡы өсөн көнүҙәк. Тәү сиратта һеҙҙе балағыҙ теркәлгән йортҡа беркетелгән мәктәптә көтәләр.
Был эш менән урындағы хакимиәт шөғөлләнә. «Үҙ» мәктәбеңде мәғариф бүлеге аша белешергә мөмкин. Әгәр шылтыратыу мәшәҡәт тойолһа, интернетта Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау порталына инеп, «Биләмәләрҙе беркетеү тураһында ҡарар» бүлеген ҡарай алаһығыҙ. Бына һылтанма: complect.edu-rb.ru/ordinances. Унда үҙ муниципалитетығыҙҙы табып, документты асып ҡарап, адрес буйынса мәктәбегеҙҙе таба алаһығыҙ.
Теркәү урыны буйынса мәктәпкә барыусылар һәм льготаға эйә булыусылар 30 июнгә тиклем документ тапшыра ала. 3 июлдән дә һуңға ҡалмайынса мәктәп беренсе класҡа ҡабул итеү тураһында бойороҡ сығара.
Һеҙ башҡа мәктәпте һайларға ла хоҡуҡлы, әммә был осраҡта төп ҡабул итеү бөткәндән һуң буш урындар ҡалһа ғына балағыҙҙы уҡырға алыуҙары мөмкин. Был хаҡта мәғариф тураһында федераль законда әйтелгән.
Ундай теләге булғандарҙан ғаризалар ҡабул итеү 6 июлдән башлана (буш урындар булған осраҡта). Документтарығыҙҙы алғас, өс көндән һуң мәктәпкә ҡабул итеү тураһында бойороҡ сығарасаҡтар. Йәғни был осраҡта үҙенсәлекле конкурс барлыҡҡа килә: кем беренсе өлгөрә, шул үтә.
Әгәр теркәү буйынса килеүселәр һәм льготаға эйә булыусылар мәктәптәге урындар һанынан күберәк булһа, хакимиәт һеҙҙең өсөн уңайлы мәктәптән урын табырға тейеш.
Киреһенсә лә булыуы ихтимал: мәктәпкә беркетелгән буласаҡ беренсе класс уҡыусылары барыһы ла тиҙ арала ғариза биреп бөтөп, буш урындар ҡалһа, ситтән килеүселәрҙе ҡабул итеү иртәрәк тә башлана ала. Был хаҡта мәғлүмәт менән мәктәптең рәсми сайтында танышып барығыҙ.
2. Кемдәр льготаға эйә?
Тәү сиратта мәктәпкә:
әлеге мәктәптә бер туған апаһы йәки ағаһы уҡығандарҙы;
интернат тибындағы белем усаҡтарына прокуратура, суд, тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәренең балаларын;
интернат булмаған мәғариф учреждениеларында хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең (шул иҫәптән полиция хеҙмәткәре булып һаналмағандарҙың да) балаларын аласаҡтар. Мобилизацияланған граждандар контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеүсе статусына эйә, йәғни уларҙың да балаларына тәү сиратта мәктәпкә алыу льготаһы ҡағыла.
Кластар түбәндәге тәртипкә ярашлы булдырыла:
әлеге мәктәп уҡыусыларының һеңлеләре йәки ҡустылары;
ташламаға эйә балалар;
теркәү урыны буйынса килгән балалар;
теркәү урыны буйынса был мәктәпкә беркетелмәгән балалар.
3. Балаға көҙгөһөн алты йәш тула. Уны мәктәпкә алалармы?
Ҡағиҙә булараҡ, 1 сентябргә 6,5 йәш тулып өлгөргән һәм һигеҙ йәшкәсә балаларҙы беренсе класҡа уҡырға биреү өсөн документтар һәм ғариза тапшырырға мөмкин. Баланың сәләмәтлек йәһәтенән сикләүҙәре булмауы шарт.
Шул уҡ ваҡытта саҡ ҡына алдараҡ йәки һуңыраҡ та мәктәпкә барырға була, әммә бының өсөн үҙ районыңдың мәғариф идаралығынан рөхсәт алырға тура киләсәк.
4. Документтар нисек бирелә?
Һеҙ документтарығыҙҙы шәхсән алып килә, заказлы хат менән ебәрә алаһығыҙ. «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында йәки Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау сайтында complect.edu-rb.ru онлайн ғариза ҡалдырырға ла мөмкин. Документтарығыҙҙы онлайн алымда тапшырған осраҡта, ташламалар тураһында белешмәләрҙе шәхсән алып килергә тура киләсәк.
Бына ниндәй документтар кәрәк:
ата-әсәнең паспорты (төп нөсхә һәм күсермә);
тыуыу тураһында таныҡлыҡ (төп нөсхә һәм күсермә);
баланың теркәү урыны тураһында белешмә (паспорт өҫтәле аша заказ бирергә мөмкин).
Шулай уҡ өҫтәмә рәүештә кәрәк булыуы ихтимал:
опека һәм попечителлекте раҫлаған документтар;
ата-әсәнең эш урынынан белешмә (ҡабул итеүҙә ташламаға эйә булһағыҙ);
психолог-медик-педагогик комиссия һығымтаһының күсермәһе (сәләмәтлек йәһәтенән проблемалар булһа);
льготаны раҫлаусы документтар.
Шулай уҡ түбәндәге ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйырға тейешһегеҙ:
персональ мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ. Бынан тыш, мәктәптең уставы, лицензияһы һәм башҡа рәсми документтары менән танышаһығыҙ.
5. Һорауҙар ҡалһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Министрлыҡтың балаларҙы беренсе класҡа ҡабул итеү буйынса «Ҡыҙыу линияһы»: 8(347)218-03-26; 8 (347)218-03-24. Эш ваҡыты: дүшәмбенән йомаға тиклем 09.00–18.00 (төшкө ял 13.00-14.00).
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.