Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Мәғариф
5 Апрель 2023, 15:00

“БЫУЫНДАН-БЫУЫНҒА КИЛГӘН УҠЫТЫУСЫЛЫҠ ЭШЕН ДАУАМ ИТЕҮСЕ МИН!”

Өфөлә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023” төбәк-ара конкурсы уҙҙы, унда коллегабыҙ, Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөһрә Ғибәҙәт ҡыҙы ШӘМИҒОЛОВА ла ҡатнашып, лайыҡлы сығыш яһаны.

“БЫУЫНДАН-БЫУЫНҒА КИЛГӘН УҠЫТЫУСЫЛЫҠ ЭШЕН ДАУАМ ИТЕҮСЕ МИН!”“БЫУЫНДАН-БЫУЫНҒА КИЛГӘН УҠЫТЫУСЫЛЫҠ ЭШЕН ДАУАМ ИТЕҮСЕ МИН!”
“БЫУЫНДАН-БЫУЫНҒА КИЛГӘН УҠЫТЫУСЫЛЫҠ ЭШЕН ДАУАМ ИТЕҮСЕ МИН!”

Бер юлы ике номинацияла еңде!

Конкурс дүрт турҙа уҙҙы: ситтән тороп һәм туранан-тура ҡатнашыу һынауҙарынан торҙо. Ситтән тороп ойошторолған конкурс ике эште үҙ эсенә алды: “Медиавизитка” һәм “Педагогик эшмәкәрлек менән таныштырыу”. Тәүгеһендә “Дәрес” конкурс эше ойошторолдо.

Унда республикабыҙҙан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дөйөм белем биреү, урта һөнәри ойошмаларҙан 61 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ҡатнашты.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсының икенсе һынау – “Оҫталыҡ дәресе” конкурс эшендә конкурсанттар педагогик оҫталыҡты күрһәтеү, асыҡ сығыш форматында үҙ-ара профессиональ эш итеү шарттарында инновацион педагогик тәжрибә менән таныштырыу һәм уны күрһәтеү маҡсатында оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Артабан “Тәрбиә сараһы” исемле өсөнсө һынау үткәрелде.

Конкурстың иң һуңғы этабында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусылары менән “матбуғат конференцияһы” уҙҙы. Зөһрә Ғибәҙәт ҡыҙы конкурстың бөтә этаптарын да уңышлы үтте. Кол-легалар-педагогтар конкурс барышын күҙәтте һәм уның юғары профессионализмын, үҙ эшенә ижади ҡарашын билдәләне.

Иң һуңынан иһә “Торатау” конгресс-холында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» педагогик оҫталыҡ конкурсын ябыу тантанаһы үтте. Дәүләт һөнәри белем биреү учреждениелары уҡытыусылары араһынан Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөһрә Шәмиғолова “Уҡытыусы-профессионал” һәм “Тамашасы һөйөүе” номинацияларында еңеү яуланы. Колледждың уҡы-тыусылар коллективы Зөһрә Ғибәҙәт ҡыҙын еңеүе менән ҡотлай һәм артабанғы ижади эшмәкәрлегендә уңыштар теләй!

Дөйөм стаждары – быуаттан ашыу!

Зөһрә Шәмиғолова данлыҡлы уҡытыусылар биргән төбәк – Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылында инженер һәм уҡытыусы ғаиләһендә өсөнсө бала булып доньяға килә. Тыуған ауылында урта мәктәпте тик “яҡшы” билдәләренә генә тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Әйткәндәй, ошо уҡ уҡыу йортон әсәһе Сәлиха Мөхәммәт ҡыҙы һәм ике бер туған апалары ла төрлө йылдарҙа тамамлаған. Әйтергә кәрәк, Зөһрә Ғибәҙәт ҡыҙы – уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе өсөнсө быуын уҡытыусыһы. Өләсәһе Итбаева Вәҙиға Фәйзрахман ҡыҙы ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен Ейәнсура районының Бикбау мәктәбендә уҡытыусылыҡҡа бағышлаһа, әсәһе Ғәйнизарова Сәлиха Мөхәммәт ҡыҙы утыҙ йылдан артыҡ Урта Муйнаҡ мәктәбендә эшләй. Ике апаһы Хәҙисә һәм Альбина Ғибәҙәт ҡыҙҙары ла уҡытыусы һөнәрен һайлап, тарих һәм математика фәндәренән балаларға белем бирә.

2007 йылда Зөһрә Ғибәҙәт ҡыҙы, юғары уҡыу йортон тик “бишле” билдәләренә генә тамамлап, колледжда хеҙмәт юлын башлай. Шунан бирле ун биш йылдан ашыу һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, ул буласаҡ төҙөүселәр, программистар һәм электриктар, логистика белгестәре һәм страховкалау агенттарында башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләй. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: уҡыусылары менән төрлө кимәлдә үткән конкурстарҙа, конференцияларҙа һәм олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар.

Студенттар бындай сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша.

Зөһрә Ғибәҙәт ҡыҙы, уҡы-тыусылыҡ эше менән бер рәттән, төркөм етәксеһе, куратор ҙа. Әлеге көндә ул буласаҡ механиктар төркөмөн етәкләй. 23 егеттең тормошондағы, уҡыу-ҙарындағы уңыштарға һөйөнөп эшләй, уларҙа эшһөйәрлек, илһөйәрлек сифаттарын үҫтерә. Төркөм менән төрлө мәҙәни сараларға йөрөйҙәр, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашалар.

Зөһрә Ғибәҙәт ҡыҙын коллегалары тәжрибәле уҡытыусы тип билдәләй, студенттар араһында ла оло абруй ҡаҙанған. Үҙе тураһында ул бына нимә ти: “Быуындан-быуынға килгән уҡытыусылыҡ эшен дауам итеүсе мин. Уҡытыу ене бәләкәйҙән ҡағылған ул миңә, ҡандан күскән ул мөғәллимлек”. Был һүҙҙәргә тағы ни өҫтәйһең?!. Рәхмәт һеҙгә, Зөһрә Ғибәҙәт ҡыҙы, киләсәк быуынды ошондай хеҙмәтегеҙ менән белемле итергә ынтылғанығыҙға!

Фаил ЯХИН,
Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжының методик һәм инновацион эшмәкәрлек буйынса
директор урынбаҫары.
Фото колледж архивынан алынды.

“БЫУЫНДАН-БЫУЫНҒА КИЛГӘН УҠЫТЫУСЫЛЫҠ ЭШЕН ДАУАМ ИТЕҮСЕ МИН!”
“БЫУЫНДАН-БЫУЫНҒА КИЛГӘН УҠЫТЫУСЫЛЫҠ ЭШЕН ДАУАМ ИТЕҮСЕ МИН!”
Автор:
Читайте нас