Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Мәғариф
8 Апрель 2023, 08:59

Республикала иң яҡшы балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн 500 мең һумлыҡ гранттар булдырыла

Башҡортостан Башлығы «Юғарыға ос!» бишенсе мәғариф форумының пленар ултырышында Стәрлетамаҡтың 69-сы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Наталья Гулёнинаның тәҡдиме менән ризалашты һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтары өсөн йыл да 500 мең һумлыҡ 50 грант булдырырға тәҡдим итте.

Республикала иң яҡшы балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн 500 мең һумлыҡ гранттар булдырылаРеспубликала иң яҡшы балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн 500 мең һумлыҡ гранттар булдырыла
Республикала иң яҡшы балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн 500 мең һумлыҡ гранттар булдырыла

«Республика хөкүмәтенә ошо мәсьәләне өйрәнеү бурысын йөкмәтәм. Беҙҙә балалар баҡсаһында тәрбиәселәр күп, уларға ярҙам итергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

Бынан алдараҡ «Юғарыға ос!» форумында мәктәпкәсә белем биреү педагогтарының беренсе форумын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас