Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Мәғариф
11 Апрель 2023, 05:34

Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп тураһында

Башҡортостан Башлығы бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур 51-се мәктәп асылыуы хаҡында һөйләне.

Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп тураһындаВолга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп тураһында
Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп тураһында

«Ул беҙгә ауыр бирелде, сафҡа индереү ваҡытын һуҙҙылар. Штаттан тыш хәл булды, ләкин мәктәп яҡшы һәм сифатлы килеп сыҡты, уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән аралашҡанда ҡыуаныс кисерҙем», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Мәғариф министрлығына 2024 йылда мәктәптәрҙәге элекке стоматология кабинеттарын яңыртыу эшен башларға ҡушты.

«Уларҙың барыһы ла яҡшы сифатлы булырға тейеш, хәҙер улар бөтәһе 214. Әлбиттә, яңы ҡорамалдар, балалар стоматологтары кәрәк», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас