

Мәктәптә уҡыусы һәр кем бер тапҡыр ғына булһа ла робот яһарға хыялланалыр ул. Сөнки, күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле, робот өй эштәрен эшләйәсәк, фатирҙы йыйыштырасаҡ, магазинға барып киләсәк. Кинолағы Электроник быны нисек эшләгәнен хәтерләйһегеҙме? Өйҙә, ҡул аҫтында шундай ярҙамсың булһа, бик шәп тә бит. Һеҙ быны хыял тип кенә уйлайһығыҙмы? Улай түгел шул. Робототехника тигән йүнәлеш арҡаһында бындай киләсәк яҡында ғына.
“Нимә һуң ул робототехника?” тигән һорау килеп тыуа. Робототехника – ул хәҙерге быуынды үҫтереүҙең мөһим йүнәлештәренең береһе, техник ижад, инженер-техник һәләтте үҫтереүсе уйлап табыу эшмәкәрлегенең тәүге аҙымы тиергә була. Робототехника буйынса дәрестәр уҡыусылар өсөн ифрат та ҡыҙыҡлы. Математика, физика һәм конструкторлау менән шөғөлләнмәүселәр ҙә был дәрескә башҡа төрлө ҡарай башлайҙар.
Беҙҙең 17-се мәктәптә лә конструкторлау һәм робототехника буйынса түңәрәк эшләй. Түңәрәкте бынамын тигән педагог Дубовик Сергей Викторович етәкләй. Беҙ был түңәрәктә 6-сы кластан бирле шөғөлләнәбеҙ. Остазыбыҙ етәкселегендә техник ижад өлкәһендә төрлө проекттар эшләйбеҙ һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәбеҙ. Шуға күрә түңәрәк менән генә сикләнмәйенсә, мәктәп уҡыусылары өсөн дә фекерҙәштәрҙе, дуҫтарҙы, бер һүҙ менән әйткәндә, үҙебеҙ һымаҡтарҙы йыйып, техник ижад буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә булдыҡ.
Тик технология кабинеты йыһаздары күп уҡыусыларҙы йыйырға мөмкинлек бирмәй, булған ҡорамалдар ҙа биш планлаштырылған дәрестең бары тик береһен генә үткәрергә мөмкинлек бирә. Ҡорамалдар, йыһаздар һатып алырға аҡса кәрәк, әлбиттә, һәм беҙ бының юлын таптыҡ. Үҙебеҙҙең “ “Робик” технология оҫтаханаһы” тигән проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында мәктәп уҡыусыларына бюджет бүлеү башланғысында ҡатнашырға булдыҡ. Башҡортостан Республикаһының башланғыслы бюджетлау проектын тормошҡа ашырыуға субсидия бүлеү һайланма конкурсында еңһәк – хыялыбыҙҙы тормошҡа ашыра аласаҡбыҙ! Әгәр бала конструкторлау һәм программалау үҙенең юлы икәнен тойһа, робототехника уның уңышлы киләсәгенә ышаныслы аҙым булып тора. Бала фәнни-техника өлкәһендә алған кәрәкле белем һәм һәләтен яңы технологияларҙы үҙләштергәндә ышаныслы һәм оҫта итеп ҡуллана аласаҡ. Был иһә перспективалы һөнәргә бынамын тигән старт булып тора.
Егор ПЕРЕВЕДЕНЦЕВ, Рафаэль МАНСУРОВ,
17-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусылары.