Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Мәғариф
10 Май 2023, 10:00

Уҡырға теләүселәр арта

Бер нисә йыл рәттән Гөлшат Әүхәҙи ҡыҙы Әхмәтова етәкселегендәге 3-сө башҡорт лицей-интернаты Бөтә Себер, Санкт-Петербург мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы һәм “Йәш таланттар” олимпиадаһы өсөн төбәк майҙансығы булып тора. Ул математика һәм тәбиғи  фәндәрҙе үҫтеререүҙә Рәсәйҙең ТОП-200 яҡшы мәктәптәре иҫәбендә. Белем усағының уңыштары тураһында лицейҙың директор урынбаҫары Гөлнур Самат ҡыҙы Ташбулатова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Йыл һайын үткәрелгән мәктәп уҡыусыларын данлау байрамдарында йыш ҡына 3-сө башҡорт-лицей интернаты уҡыусыларының уңыштары телгә алына. Быйылғы уҡыу йылындағы уңыштарығыҙ менән таныштырып китһәгеҙ ине.

– Лицей уҡыусылары йыл һайын Башҡортостан Башлығы премияһын алырға хоҡуҡ  биргән  олимпиада  еңеүселәре һәм призерҙары булалар. Шулай уҡ предмет буйынса БДИ-ла 100 балл йыйып, имтихан бирмәй генә ВУЗ студенты булып китәләр. Һайлауҙы  уңышлы үтеп «Сириус» белем биреү үҙәгенә эләгәләр. Башҡортостан Республикаһы Башлығының һәм Стәрлетамаҡ ҡала округы  хакимиәте башлығының стипендиаты булалар.

Ғөмүмән, һөҙөмтәләргә килгәндә, беҙҙең белем усағы олимпиадалар һөҙөмтәһе буйынса Стәрлетамаҡтың дөйөм белем биреү ойошмалары араһында – лидер. Бынан тыш, мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиада һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡтың дөйөм белем биреү ойошмалары араһында – призербыҙ. Лицей базаһындағы “Траектория” олимпиада һәм түңәрәк лабораторияһы милли технологик башланғыс түңәрәге статусына эйә һәм милли технологик олимпиада  әҙерлек майҙансынғы булып тора.

Ошо уңыштарҙың башында торған педагогик коллектив уҡытыусыларынан һәм уҡыусыларынан кемдәрҙе билдәләп үтерһегеҙ?

– Ысынлап та, уңыштарға аптырарға түгел.  Сөнки лицейҙың педагогик  коллективында  ҙур эш тәжрибәһе булған  белемле, талантлы уҡытыусылар менән бергә йәш белгестәр ҙә эшләй.  Биология уҡытыусыһы Гөлнур Йосоп ҡыҙы Ахунова, математика уҡытыусылары Лилия Егоровна Бондарева,  Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Латипова, физика уҡытыусыһы  Илдар  Ғилфан улы Ҡаҙнабаев, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ольга Владимировна Коробейникова һәм Зөлфиә Хөрмәт ҡыҙы Хәмиҙуллина, инглиз теле уҡытыусыһы Гөлнур Закир ҡыҙы Сөйәрғолова – тап шундайҙарҙан.  Бында эшләүсе уҡытыусылар  “Сириус” белем биреү үҙәгендә квалификацияларын күтәрәләр. Алена Сергеевна Бывшева “Йыл педагогы – 2023” конкурсында “Педагогик дебют” номинацияһы еңеүсе булды. Ә Илдар Ғилфан улы Башҡортостанда талантлы балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереүҙе иң яҡшы кимәлдә ойошторғаны өсөн республика конкурсында еңеүсе булды.

Һеҙҙә белем алған уҡыусылар йыш ҡына ҡала, республика һәм Рәсәй буйынса үткәрәрелгән олимпиадаларҙа айырылып торалар…

– Аҡыллы уҡытыусы-остаздары арҡаһында лицей уҡыусылары ҡала, республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында  юғары һөҙөмтәләргә ирешәләр. Шулай быйылғы уҡыу йылында химия уҡытыусыһы Алмаз Ҡасим улы Насретдиновтың тәрбиәләнеүсеһе Тимур Хәкимов  “Росмолодежь. Гранты” йәштәр проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе һәм 141000 һумлыҡ грантҡа эйә булды. Ул шулай уҡ мәктәп уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы еңеүсеһе лә. Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһына Динис Ғизәтуллин да (һүрәттә) ингән. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса Динис Сочи ҡалаһының “Сириус” федераль биләмәһендә уҙған мәктәп уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында призер булды. Әйткәндәй, ул да  Алмаз Ҡасим улының уҡыусыһы. Бер һүҙ менән әйткәндә,  2022-2023 уҡыу йылында  муниципаль этапта –12  еңеүсе, 74  призер. Ә мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында 17 призер!

Һеҙгә уҡырға тик имтихан нигеҙендә генә алалармы?

– Беҙ йыл һайын яҙ көнө асыҡ ишектәр көнө уҙғарабыҙ. Ошо сараға килеүселәр менән әңгәмә-имтихан ойошторабыҙ. Унда республиканың төрлө тарафтарынан балалар килә. Быйыл асыҡ ишектәр көнө 15 апрелдә үтте, алыҫтағы райондар өсөн 15 майҙа ҡабаттан ойошторабыҙ. Ғәҙәттә, имтихан тип, балалрҙың һәләтлелеген, белем кимәлен һынап ҡарайбыҙ. Ғөмүмән, беҙгә килергә теләүселәр күп. Аллаға шөкөр, лицейҙың исеме бар, даны таралған, артабан да шулай һынатмай эшләргә ине инде.

Әңгәмәне Римма ҒӘЛИМОВА ҡорҙо.

Фото белем усағының рәсми сығанағынан алынды.

Уҡырға теләүселәр арта
Уҡырға теләүселәр арта
Автор:Римма Галимова
Читайте нас