Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Мәғариф
12 Май 2023, 12:15

Өләсәйҙә ҡунаҡта

Өләсәй – шундай яғымлы, йомшаҡ, яҡын ғына һүҙ. Бала саҡ хәтирәләренә күҙ һалһаҡ, өләсәйҙең һөйләгән әкиәттәре, өләсәй йомаҡтары, бергә урманға еләк, муйыл, баланға йөрөгән саҡтар иҫкә төшә. “Толпар” балалар баҡсаһында башҡорт халҡының милли кейеме көнө айҡанлы “Өләсәйҙә ҡунаҡта” тигән асыҡ дәрес үтте. Ошо уртансы төркөмдә үткән бер нисә минутлыҡ сарала күпме фәһем алды кескәйҙәр.

Өләсәйҙә ҡунаҡтаӨләсәйҙә ҡунаҡта
Өләсәйҙә ҡунаҡта

Дәресте ошо юлдар авторы Әлисә Илкина: “Беҙ бөгөн өләсәйгә ҡунаҡҡа барабыҙ. Ни өсөн өләсәйгә йыш барып торорға кәрәк? Ниндәй күстәнәстәр алып барырға мөмкин?” – тип башлап, балаларҙың күңеленә изгелек, өлкәндәрҙе ҡәҙерләү, хөрмәт итеү, ихтирамлы булыу ҡағиҙәләрен еткерҙе.

Балалар тырышып-тырышып баш- ҡортса һөйләшеп “өләсәләре” – Лира Яппарова менән йомаҡтар сисеп, йырҙар йырлап, уйындар уйнанылар.

Өләсәйҙәре кескәйҙәрҙең тыуған телдә һөйләшеүҙәренә ҡыуанып, башҡорт халыҡ әкиәттәре китаптарын, “Аҡбуҙат” журналының яңы сыҡҡан һанын бүләк итеп, изге теләктәр теләп, йышыраҡ килеп, шулай өләсәйҙәрен, олатайҙарын ҡыуандырып торһондар, тыуған телдәрендә гел һөйләшеп уйнаһындар тип, теләктәр теләп ҡалды.

“Бала – күңеле аҡ ҡағыҙ, ни сәсһәң, шуны урырһың”, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Өлкәндәрҙе хөрмәт итеп, ғаиләһен, тыуған телен, илен яратҡан быуын тәрбиәләү беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора.

Артабан 5-се төркөм балалары ла “өләсәйгә” ҡунаҡҡа барҙы. Өләсәйгә күстәнәскә умарта балы менән бер әсмүхә сәй ҙә алдылар. Тәрбиәсе биргән һорауға: “Ни өсөн өләсәй-олатайҙарға күберәк ҡунаҡҡа барып, күрешеп торорға кәрәк?” – тигән һорауға балалар:

“Улар беҙҙе бик ярата, беҙ ҙә уларҙы яратабыҙ, йә ҡапыл ғына ауырып киткәндәрҙер, йә берәй нәмә алырға кәрәктер, телефондан шылтырата алмайҙар,” – тип яуап бирҙе. Дүрт-биш йәшлек кенә балаларҙың ябай ғына ихлас яуабында күпме фәлсәфә сағылған һымаҡ: ысынлап та, бәлки нәҡ әлеге ваҡытта беҙҙең яҡын кешеләребеҙ ярҙамыбыҙ, иғтибарыбыҙға мохтаждыр... Балалар шулай итеп яуап биреүҙәренә шатланып ҡуйҙыҡ.

“Өләсәйҙә ҡунаҡта”ла балалар һандыҡ төбөнән килтереп сығарылған “Йомаҡтар” китабынан йомаҡ та ҡойҙо әле, уларҙың зирәклегенә иҫең китерлек! Шундай сос, етеҙҙәр, өлкәндәрҙе хөр- мәтләргә әҙер генә тора үҙҙәре!

Лира ЯППАРОВА,
Әлисә ИЛКИНА,
62-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.

Автор:
Читайте нас