ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП…
Яңыраҡ 3-сө башҡорт лицей интернатында уҡыу йылын йомғаҡлау, төрлө олимпиадаларҙа еңеүселәрҙе данлау сараһы үтте. Был тантаналы сараға лицей-интернатын 1999 йылда тамамлаған Айҙар Айрат улы Хәсәнов, 2004 йылда тамамлаған Дмитрий Сергеевич Рыжов һәм 2010 йылда тамамлаған Алмас Роберт улы Кирәев та килгән ине. Уларҙың һәр ҡайһыһы йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты һәм үҙҙәрен уҡытҡан ғәзиз уҡытыусыларына уҡыу йылы тамамланыуға өс көнлөк ялға юлламалар бүләк иттеләр. Әйткәндәй, тәүге икеһенең балалары ла бында уҡый икән. Лицей-интернат уҡыусыларының ҡала, республика һәм Рәсәй буйынса уңыштарға ирешеүҙәре хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Шул уҡыусыларҙы ҡотлағанда бүләктәр менән тап ошо атап киткән өс элекке уҡыусы ярҙам иткән дә инде. Төрлө кимәлдәге еңеүселәрҙе, призерҙарҙы ҡотлағандан һуң, лицей-интернаттың 2022-2023 уҡыу йылындағы Йыл уҡыусыһын билдәләнеләр. Шулай итеп, Йыл уҡыусыһы тип ҡала, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа бер нисә тапҡыр еңеүсе Динис Ғизәтуллин танылды.