Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Мәғариф
8 Июнь 2023, 07:30

УҠЫТЫУСЫ ТИГӘН БӨЙӨК ИСЕМ БИРЕЛМӘЙ УЛ ҺӘР КЕМГӘ

Ысын уҡытыусы ниндәй булырға тейеш? Ҙур “У” хәрефенә башланған, өлгө алырлыҡ уникаль шәхес. Уның дәрестәренә байрамға барған кеүек барырлыҡ, уның һөйләгәндәрен тын да алмайынса тыңларлыҡ, һәр бер әйткән һүҙен күңелеңә һеңдереп барып, был кешегә оҡшап үҫергә хыялланырлыҡ.Эйе, XXI быуат уҡытыусыһы образы күп ҡырлы һәм күп яҡлы. Быны замана үҙе үк талап итә. Бармы хәҙер шундай уҡытыусылар? Эшендә ҡәнәғәтлек кисереп “йөҙөп йөрөп” эшләгән, ижад иткән, балаларға белемде тулы кимәлдә бирә алған? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу өсөн ҡалабыҙҙың 2-се гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Римма Хәлил ҡыҙы ҒӘЗИЗОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Әйткәндәй, Римма Хәлил ҡыҙы быйыл аҙаҡҡы класын сығарып, хаҡлы ялға китергә йыйына. Был әңгәмәгә лә мине 4-се “Б” класын тамамлаған сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләләре этәргес бирҙе. Улар яратҡан уҡытыусыларына тағы ла бер тапҡыр оло рәхмәттәрен еткереп, балаларҙы ихлас яратҡан, ныҡлы белем биреү өсөн бар күңелен һалған, башта әйткәнемсә, ҙур “У” хәрефенә башланған, бай эш тәжрибәле өлгө алырлыҡ уҡытыусы булыуы тураһында гәзит уҡыусылар менән дә таныштырыуымды һоранылар.

УҠЫТЫУСЫ ТИГӘН БӨЙӨК ИСЕМ БИРЕЛМӘЙ УЛ ҺӘР КЕМГӘУҠЫТЫУСЫ ТИГӘН БӨЙӨК ИСЕМ БИРЕЛМӘЙ УЛ ҺӘР КЕМГӘ
УҠЫТЫУСЫ ТИГӘН БӨЙӨК ИСЕМ БИРЕЛМӘЙ УЛ ҺӘР КЕМГӘ

– Уҡытыусы һөнәрен һайлағанда берәй кешенең йоғонтоһо булдымы?

– Кемдер йоғонто яһаны тип әйтә алмайым, үҙемде белә-белгәндән уҡытыусы булырға хыялландым. Мин үҙем Силәбе өлкәһендә тыуһам да, Стәрлетамаҡ ҡалаһында үҫтем, миңә бер йәш тә тулмаҫ борон ата-әсәйем бында күсеп килгән. 7-се урта мәктәпте тамамланым. Ҡала кешеләре булғас, ситтән килгән туғандар, уларҙың балалары беҙҙә туҡтала торғайны. “Ҡайҙа уҡырға барырға, ниндәй һөнәр һайларға икән? – тип баш ватҡандарын хәтерләйем. Ә мин һәр ваҡыт үҙемдең уҡытыусы булырымды белеп үҫтем. Был хыялым мине Салауат педагогия училищеһына алып килде. Унда беҙҙе иҫ киткес яҡшы уҡытыусылар уҡытты! Ысын мәғәнәһендә уҡытыусы итеп әүәләп сығарған уҡытыусылар булды унда. Бына улар ысын остаздар ине! Мостай Кәримдең бер туған һеңлеһе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сәлисә Сафа ҡыҙы Кәримова тураһында күңелемдә бигерәк тә йылы иҫтәлектәр һаҡлана. Уҡытыусыларыбыҙҙың уҡытыу һәм тәрбиә методикаһы тураһында сәғәттәр буйына ла һөйләргә әҙермен. Уны тамамлағас Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инеп, уны ҡыҙыл дипломға тамамланым.

– Хеҙмәт биографияғыҙ ҡайҙа башланды? Дөйөм эш стажығыҙ күмпе?

– Ул ваҡытта бит йүнәлтмә буйынса эш башлай торғайныҡ. Мине Стәрлетамаҡ районының Мебельный ҡасабаһындағы балалар колонияһында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең балалары уҡыған мәктәпкә тәғәйенләнеләр. Эш башлап китеүе лә әллә ни ауыр булманы.

Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ул ваҡытта тыйнаҡ, аҡыллы ине бит. Тик эргәләге атмосфера ғына ауыр булды. Эргәлә генә балалар колонияһы булғас, тыныс ҡына эшләй алмай инем. Шул бәләкәй ейәнәтселәргә ҡарап йөрәгем өҙөлә ине, шуға ла мин өс йылдан һуң был мәктәптән киттем һәм ҡалабыҙҙың мәғариф бүлегенә методист булып эшкә урынлаштым. Методислыҡ эше менән бар тирә-яҡ мәктәптәрҙе йөрөп сыҡтым, ҡулымдан килгәнсә уҡытыусыларға ярҙам иттем, тәжрибәм менән уртаҡлаштым. Шунан инде 2-се гимназияға үҙемдең төп һөнәрем буйынса – башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә урынлаштым. Дөйөм эш стажым 39 йыл. Был гимназияла – 31 йыл.

– Һеҙ совет осоро уҡытыусыһы. Ул ваҡытты үҙ күҙҙәрегеҙ менән күргән, тойған кеше. Әлеге ваҡытта мәғариф өлкәһендә проблемалар бик күп. Нимәне үҙгәртер инегеҙ? Ғөмүмән, Рәсәйгә мәғариф өлкәһендә лидерлыҡты кире ҡайтарыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?

– Эйе, мин совет осоро уҡытыусыһы. Ул ваҡытта йәшәп эшләүемә ҡыуанып бөтә алмайым. Ҙур ҡәнәғәтлек менән эшләнек бит беҙ ул заманда. Төрлө ауырлыҡтар ҙа булды, әлбиттә, унһыҙ булмай. Балалар икенсе ине, ата-әсәләр икенсе ине. Әлеге кеүек тауҙай итеп ҡағыҙ эшенә күмелеп ултырмай инек. Тура мәғәнәһендә уҡыусылар менән эшләй инек – уҡыта инек, ижад итә инек. Эшебеҙ шуға ла һөҙөмтәле булғандыр тип уйлайым. Мәктәп эсендә барған хәл-торошто белеп тора инек, уҡытыу системаһы ла еңел булды. Мәғәриф өлкәһендә лидерлыҡты кире ҡайтарам тиһәң бөтөн системаны үҙгәртергә кәрәктер тип уйлайым. Ғөмүмән, мәктәптә күп йылдар эшләп, унын эсендә барған хәл-торошто белгән, аңлаған кеше генә мәктәп программаларын төҙөргә, ниндәйҙер яңылыҡтар уйлап сығарыр алдынан йөҙ тапҡыр уйлап эш итергә тейеш. Методика аҡһай, шарттар юҡ, эш хаҡы уйландыра, шуға ла йәш уҡытыусылар мәктәптәргә килмәй, булған уҡытыусылар ҙа китә. Һәм тағы ла – уҡытыусыларҙың эшен ваҡытында күрһендәр, баһалаһындар ине. Был бер мәктәп йәки ҡала кимәленә ҡарата әйтелгән фекерем түгел, ә ил кимәлендә уйланған уйҙарым.

– Берәй вакыт эшегеҙҙе ташлап киткегеҙ килдеме?

– Булды, бигерәк тә ковид осоронда, әммә мин балаларҙы уйланым, был – минең өсөн хыянат итеүгә тиң күренеш. Уларҙы алғанһын икән, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, уҡытып сығарырға тейешһеңдер, тигән фекерҙәмен.

– Уҡытыусы һөнәрен һайларға уйлаған егет һәм ҡыҙҙарға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

– Бөтә кеше лә уҡытыусы булып эшләй алмай, уның өсөн “уҡытыусы” булып тыуырға кәрәк. Балалар психологияһын, ата-әсәләр психологияһын, бигерәк тә әлеге заманда, белергә һәм аңларға тейешһең. Был эштә эшләһәң, күп нәмә менән ҡорбан итәһең: ғаиләң менән дә, һаулығын менән дә.

– Уҡытыусы булып эшләү дәүерендәге иң йылы хәтирәләрегеҙ?

– Минең уҡыусыларым. 39 йыл эшләү осоронда күпме уҡыусы сығарғанмын, һанай китһәң, улар шул тиклем күптәр. Мин уларҙың һәр береһен тиерлек иҫләйем, улар ҙа мине онотмағандыр һәм дә улар өсөн ысын остаз булғанмындыр, был тормошта үҙ урындарын табыуға индергән өлөшөм дә барҙыр тигән өмөттәмен. Беренсе уҡытыусы бит ул – шуның өсөн дә беренсе уҡытыусы.

– Эйе, беренсе уҡытыусы ул шуның өсөн дә – беренсе уҡытыусы. Ул һине яҙыу-һыҙыуға ғына өйрәтеп ҡалмай, ә тулы шәхес булып формалашыуыңда иң ҙур роль уйнаған, аҡты-ҡаранан айырырға өйрәткән кеше лә булып ҡала. Римма Хәлил ҡыҙының тап шундай уҡытыусы икәненә тағы ла бер ҡат инандым һәм ул уҡытып сығарған уҡыусылар иң бәхетлеләрелер тигән уйҙа ҡалдым.

Рәшиҙә БУРАНБАЕВА әңгәмәләште.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Автор:
Читайте нас