Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Мәғариф
9 Июнь 2023, 08:30

Ауыл уҡытыусылары Башҡортостан Башлығының 690 мең һумлыҡ грантына дәғүә итә ала

Башҡортостанда ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар конкурсына документтар ҡабул ителә. Педагогтарға йыл һайын тапшырылып килгән республика гранты 2019 йылда булдырылған.

Ауыл уҡытыусылары Башҡортостан Башлығының 690 мең һумлыҡ грантына дәғүә итә алаАуыл уҡытыусылары Башҡортостан Башлығының 690 мең һумлыҡ грантына дәғүә итә ала
Ауыл уҡытыусылары Башҡортостан Башлығының 690 мең һумлыҡ грантына дәғүә итә ала

2023 йылда һәр ҡайһыһы 690 мең һумлыҡ 150 грант бүлеү ҡаралған. Ғаризаларҙы 30 июнгә тиклем ебәрергә кәрәк.  

Конкурста 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнашырға хоҡуҡлы. Уларҙың уҡытыу йөкләмәһе бер ставканан кәм булмаҫҡа, ә йәшәгән тораҡ пунктында халыҡ һаны 15 меңдән артмаҫҡа тейеш.

Грант алған уҡытыусылар Башҡортостандың бер үк районындағы төп белем биреү ойошмаларында ун йылдан ашыу эшләргә бурыслы.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас