

260 000 абитуриент шәхсән үҙе, почта аша, юғары уҡыу йорттарының мәғлүмәт системалары аша һәм «Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә үҫеш алған «Уҡыу йортона онлайн уҡырға инеү» суперсервисы аша документтарын тапшырған. Уның менән 126 000 кеше файҙаланған, 400 000-дән ашыу ғариза бирелгән.
Вице-премьер Дмитрий Чернышенко сервистың хәүефһеҙ һәм мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүҙә юғары тиҙлекә эйә булыуын билдәләне. Уға 1000-дән ашыу уҡыу йорто тоташҡан. Һанлы профиль булдырыу һөҙөмтәһендә абитуриентҡа мәғлүмәттәрҙе ҡулдан индереү кәрәкмәй. Ғаризаны 1,5 - 5 минут эсендә тапшырырға мөмкин. Ҡабул итеү кампанияһы 25 июлгә тиклем дауам итә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары, шулай уҡ Рәсәй Геройҙары һәм Батырлыҡ ордены менән бүләкләнеүселәр уҡырға ингәндә ташлама менән файҙаланырға хоҡуҡлы. Улар өсөн айырым квоталар бар.
Башинформ.