Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Июль 2023, 18:30

Үҙебеҙҙә, Башҡортостанда белем алыу өҫтөнлөгөнөң биш сәбәбе

Юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды. Быйыл Башҡортостанда 11 класты 16,2 мең уҡыусы тамамланы, уларҙы алда мауыҡтырғыс ваҡиға – студент булыу мәле көтә. Тик тәүҙә сетерекле мәсьәләне хәл итергә кәрәк: тыуған республикала уҡырға ҡалырғамы, әллә бәхетте ситтән эҙләргәме? Тәүге вариантты һайлар өсөн беҙ кәм тигәндә биш сәбәп таптыҡ.

Үҙебеҙҙә, Башҡортостанда белем алыу өҫтөнлөгөнөң биш сәбәбе
Үҙебеҙҙә, Башҡортостанда белем алыу өҫтөнлөгөнөң биш сәбәбе

1. Бюджетҡа уҡырға инеү өсөн мөмкинлек күберәк

Быйыл Башҡортостан университеттары бюджет урындарын арттырҙы. Әгәр былтыр 14,3 мең кеше «бюджетҡа» уҡырға инергә иҫәп тота алһа, быйыл ундайҙар һаны 512 абитуриентҡа күберәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең блогында белдереүенсә, беҙҙең егет һәм ҡыҙҙар бушлай һәм шул уҡ ваҡытта сифатлы юғары белем алһын өсөн Башҡортостан вуздарында бюджет нигеҙендә уҡыу урындары маҡсатҡа ярашлы арттырыла.

– Беҙ юғары уҡыу йорттарын көсәйтеүҙе дауам итәбеҙ, һәм бөгөн улар илебеҙ баш ҡалаһының эре вуздары менән ярыша ала. Бында республикабыҙҙа уңышлы эшләп килгән Евразия фән һәм белем биреү үҙәгенең ҡаҙанышы ҙур, – ти Башлыҡ.

Алты төбәк университетын үҙ эсенә алған был үҙәк бөгөн илебеҙҙә иң яҡшыларҙан һанала. Унда белем алыу шөһрәтле лә, мауыҡтырғыс та, сөнки алдынғы лабораториялар бар, төрлө эҙләнеү эштәренә гранттар бүленә, йәш ғалимдарға үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыуға ярҙам итәләр, Рәсәй һәм донъяның алдынғы вуздарында стажировка үтеү ойошторола.

2. Ғаилә бюджеты өсөн сығымдар аҙыраҡ

Әгәр йәш кеше өсөн аҡса уның тормошонда әлегә ҙур роль уйнамаһа, йәки, икенсе төрлө әйткәндә, студентты уҡытыу өсөн күпме аҡса сарыф ителгәнен ул әле аңлап етмәһә, ата-әсә өсөн был мөһим мәсьәлә. Баш ҡала вуздарында бюджет урындарына уҡырға эләгеү еңелдән түгел һәм балаңды түләп уҡытыр өсөн байтаҡ сығымдар түгергә тура килә. Түләү йылына 200 мең һумдан башлана һәм айырыуса абруйлы һөнәрҙәр өсөн 600 меңгәсә барып етә. Беҙҙәге уҡыу йорттарында коммерция иҫәбенә белем алыу ике-өс тапҡырға арзаныраҡ. Унан башҡа торлаҡты ҡуртымға алыуға, ашауға, юлға киткән сығымдарҙы ла оноторға ярамай. Аҡса етешмәгәнлектән студент ҡайҙалыр эшкә урынлашырға теләһә, был уның уҡыуына кире йоғонто яһауы ихтимал. Төпкөлдән баш ҡалаға юғары белем артынан киткән һәр өсөнсө студенттың уҡыуын тамамлай алмауы тураһында мәғлүмәттәр бар.

3. Аҡсалата ярҙам

Ә бына республикабыҙҙа тап киреһенсә: сығымдар түгеү урынына студент үҙе өйгә аҡса алып ҡайта ала. Талантлы егет һәм ҡыҙҙарҙы йәлеп итер өсөн, Башҡортостанда йәштәргә өҫтәмә түләүҙәр бар. Мәҫәлән, Радий Хәбиров указына ярашлы, БДИ-ны 100 балға тапшырған һәм Евразия фән һәм белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йортона уҡырға ингән студентҡа 150 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Шулай уҡ айырыуса яҡшы уҡыған егет һәм ҡыҙҙарға ла юғары стипендияға өмөт итергә мөмкин. Уның күләме төрлө вуздарҙа төрлөсә – 10 меңдән алып 50 мең һумға тиклем, был хатта республикалағы уртаса эш хаҡынан да күберәк. Фәнни эштәр менән булышҡан һәм предприятиеларҙың заказын алып эшләгән студенттар стипендияға өҫтәмә рәүешендә эш хаҡына ла иҫәп тота ала.

4. Өйҙә хатта стеналар ҙа ярҙам итә

Сит ҡалала улыбыҙ йә ҡыҙыбыҙ яуаплылыҡҡа һәм үҙаллылыҡҡа ти- ҙерәк өйрәнер тип, үҙебеҙҙе нисек кенә тынысландырырға тырышһаҡ та, күсенеү уның өсөн барыбер стресҡа әйләнәсәк. Кемдер яңы шарттарға бер айҙа яраҡлаша алһа, икенселәргә бының өсөн бер йыл да етмәй. Өйрәнелгән мөхиттән, күнегелгән аралашыу даирәһенән йолҡоп алынған йәш кешене депрессия һағалауы, шул сәбәпле һаулығын ҡаҡшатыуы ла ихтимал. Унан тыш, уҡырға гел генә өгөтләп тороусы ата-әсәйҙең янда булмауы, уларҙың контроленән ысҡыныу сәбәпле, кисәге мәктәп уҡыусыһы үҙен белем алыуға көйләй алмауы ла бар.

5. Диплом алғандан һуң эш табыу еңелерәк

Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостан вуздарын тамамлаған студенттарҙың 80%-ы үҙҙәренә эш таба. Был юғары уҡыу йорттарының урындағы предприятиелар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуына бәйле. Студент уларҙа практика үткән мәлдә үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә икән, юғары курстарҙа уҡыған саҡта уҡ уны эшкә йәлеп итә башлайҙар. Ә вузды тамамлауға инде йәш белгесте әҙер эш урыны көтә.

Ҡабул итеү кампанияһы –2023. Нимәләрҙе белеү мөһим

  Элеккесә, абитуриент биш вузға уҡырға инеп ҡарай ала. Тик хәҙер бер юғары уҡыу йортона иң күбендә биш йүнәлеш буйынса ғариза бирергә мөмкин. Быға тиклем унауға рөхсәт ителә ине;

  ғариза тапшырған ваҡытта үҙең өҫтөнлөк биргән белгеслекте күрһәтергә кәрәк. Мәҫәлән, 1-се һан аҫтында – иң өҫтөнлөклө йүнәлеш, 5 һаны аҫтында – «бик үк теләмәҫ тә инем, ләкин бара». Әгәр абитуриент тәүге белгеслеккә етерлек балл йыя алмаһа, ул автоматик рәүештә өҫтөнлөгө түбәндәрәк күрһәтелгән белгеслеккә конкурста ҡатнаша. Ғаризала күрһәтелгән өҫтөнлөктө документтар ҡабул итеү тамамланыуға бер көн ҡалғандан да һуңламайынса үҙгәртергә мөмкин;

  исемлеккә индереүгә ризалыҡты баш­ҡа яҙыу кәрәкмәй, документтарҙы ваҡытында тапшырыу ҙа етә. Аттестатығыҙ һеҙҙең ризалыҡ билдәһе булып тора ла инде;

  абитуриенттар өҫтәмә балды ГТО-ның «алтын» билдәһе өсөн генә түгел, «көмөш» һәм «бронза» билдәһе өсөн дә алыуы ихтимал. Ниндәй ҡаҙаныштар өсөн өҫтәмә балл биреүҙәре тураһында мәғлүмәтте юғары уҡыу йортонда алырға мөмкин;

  махсус хәрби операцияла ҡатна­шыу­сылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары айырым квота нигеҙендә (бюджет урын­дары­ның дөйөм күләменең ун проценты) уҡырға инә ала;

  документтарҙы «Дәүләт хеҙмәттәре» порталының «Вузға онлайн уҡырға инеү» сервисы аша ла тапшырырға мөмкин. Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, порталды камиллаштырғандар, хәҙер система тиҙерәк эшләй. Шул уҡ ваҡытта, элекке кеүек, документтарҙы ҡабул итеү комиссияһына шәхсән тапшырырға ла мөмкин.

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Үҙебеҙҙә, Башҡортостанда белем алыу өҫтөнлөгөнөң биш сәбәбе
Үҙебеҙҙә, Башҡортостанда белем алыу өҫтөнлөгөнөң биш сәбәбе
Автор:
Читайте нас: