Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Июль , 17:00

ИҢ ШӘП ЯТАҠ КЕМДЕКЕ?

Күптән түгел ҡала хакимиәтендә “Иң яҡшы студенттар ятағы” конкурсы еңеүселәренә бүләктәр тапшырылды.  

     Конкурста  ҡалабыҙҙың һөнәри белем биреү учреждениелары ҡатнашты. Эксперт комиссияһы  ятаҡтарҙың  спорт менән шөғөллөнеү өсөн йыһаз менән тәьмин ителеүен, санитар-гигиена нормалары үтәлешен, ятаҡтарҙың  дизайн  һәм мәҙәни-эстетик  биҙәленешен һәм башҡа кретирейҙарын тикшерҙе. Конкурста ҡатнашыусыларға ятаҡтың видео-портфолиоһын алдан ебәрергә  кәрәк ине.

     Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Иң яҡшы тәрбиәүи эш» номинацияһында 1-се  урынды Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы, 2-се урынды Стәрлетамаҡ медицина колледжы, 3-сө урынды Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжы филиалы яуланы.

    “Иң яҡшы уҡыу класы” номинацияһында Стәрлетамаҡ медицина колледжы еңеүсе тип танылды. Икенсе урынға  Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы лайыҡ булды.

   “Иң яҡшы спорт зонаһы” номинацияһында 1-се урын Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжына бирелде, 2-се урынға Стәрлетамаҡ химия-технология колледжы сыҡты, Стәрлетамаҡ политехник колледжы 3-сө урынға  лайыҡ тип табылды.

    «Иң яҡшы студенттар үҙидараһы» номинацияһында Стәрлетамаҡ физик культура, идара һәм сервис колледжы еңеүсе булды. 2-се урынды Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы яуланы. Ә Стәрлетамаҡ һөнәри-техник колледжы 3-сө  урынға сыҡты.  

     Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы хакимиәт башлығы урынбаҫары Павел Шорохов һәм йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек начальнигы Альбина Бикмәтова ҡотланы. Улар ҡатнашыусыларға диплом һәм  иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Бындай конкурстар ятаҡтарҙы  тыуған икенсе йорто итеп иҫәпләгән студенттар өсөн айырыуса файҙалы. Сөнки конкурс иғлан ителгәндә һәр ятаҡ тәртип буйынса ла, таҙалыҡ буйынса ла, саралар үткәреү буйынса ла бүтәндәргә өлгө булыу өсөн тырыша. Ә инде өлгөлө ятаҡта йәшәү – йәштәр өсөн үҙе үк бәхет.

Римма ҒӘЛИМОВА.
Динара Исхаҡова фотоһы.

ИҢ ШӘП ЯТАҠ КЕМДЕКЕ?
ИҢ ШӘП ЯТАҠ КЕМДЕКЕ?
Автор:Римма Галимова
Читайте нас в