Билдәле булыуынса, яңы программа системаһы совет мәғариф системаһының һәм һуңғы ике тиҫтә йылдарҙағы тәжрибәнең иң яҡшыһын тәҡдим итеүҙе күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта быға күсеү әкренләп барасаҡ һәм хәҙерге программа буйынса белем алыусыларға йәки алдан диплом алыусыларға ҡағылмаясаҡ, - тип белдергәйнеләр. Илебеҙҙә белем биреү системаһын яңыртырға йыйыныу әллә ни бәхәс тыуҙырманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һығымта яһарға иртә әле.