Ашҡаҙар
+22 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Август 2023, 18:05

Бөтә мәктәптәрҙә лә хәүеф төймәһе булырға тейеш

Бөтә мәктәптәрҙә лә ғәҙәттән тыш хәл һәм янғын хаҡында хәбәр итеү өсөн хәүеф төймәһе булырға тейеш.

Бөтә мәктәптәрҙә лә хәүеф төймәһе булырға тейеш
Бөтә мәктәптәрҙә лә хәүеф төймәһе булырға тейеш

16 авгусҡа ҡарата Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы белгестәре республиканың барлыҡ уҡыу йорттарын тикшергән, төбәктә уларҙың һаны — 1291. БСТ телеканалының «Сәләм» тапшырыуында республика мәктәптәрендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлешен тикшереү хаҡында ведомствоның матбуғат хеҙмәте начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Андрей Зайцев һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, белгестәр тикшереү барышында автоматик янғын системаларына, эвакуация юлдарының торошона, электр йыһаздарына айырыуса ҙур иғтибар бүлгән. Иҫкәрмә алған мәктәптәр яңы уҡыу йылына тиклем етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тейеш. 

«Белем көнөндә, 1 сентябрҙә, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре барлыҡ мәктәптәрҙә дежурҙа буласаҡ. Улар Бөтә Рәсәй асыҡ хәүефһеҙлек дәрестәре үткәрәсәк», — тип белдерҙе Андрей Зайцев.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: