Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Август 2023, 14:30

Өфөләге вуз-ара кампуста пилотһыҙ осҡостар менән идара итергә өйрәтәсәктәр

Яңы уҡыу йылында Өфөләге вуз-ара кампусының IQ-парк биләмәһендә заманса һанлы спорт төрҙәре майҙансығы асыу планлаштырыла.

Өфөләге вуз-ара кампуста пилотһыҙ осҡостар менән идара итергә өйрәтәсәктәр
Өфөләге вуз-ара кампуста пилотһыҙ осҡостар менән идара итергә өйрәтәсәктәр

Ул киберспортты үҫтереүгә һәм пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын әҙерләүгә йүнәлтеләсәк. Был хаҡта «Башинформ»ға БР хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын әҙерләүҙе тиҙләтеү өсөн киберспорт алымдарын яраҡлаштырып, яңы программа булдырыласаҡ. Уның өҫтөндә Өфө вуздарында, коллеждарында һәм башҡа уҡыу йорттарында эшләп килгән 15 киберспорт клубтары эшләй. Әйткәндәй, республиканың алдынғы вуздары студенттары Бөтә Рәсәй киберспорт ярыштарында йыш еңеү яулай, улар араһында Counter Strike буйынса иң яҡшы 50 команда иҫәбенә инеүселәр бар.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-25/f-l-ge-vuz-ara-kampusta-asylasa-kibersport-may-ansy-ynda-pilot-y-os-ostar-men-n-idara-iterg-yr-t-s-kt-r-3405071

 

Автор:
Читайте нас: