Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2023, 12:26

ШАЙМОРАТОВСЫЛАР, АЛҒА!

“Ашҡаҙар” гәзите ҡаланың барлыҡ үткән сараларынан ситтә ҡалмай. Яҡтыртып барыу – беҙҙең төп бурыс. Шулай уҡ саралар беҙҙең ҡатнашлыҡта ла үтеп тора. Мәҫәлән, быйыл гәзитебеҙ баҫманың күптән тоғро дуҫы булған Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның Белем көнөнә арналған тантанаһында ҡатнашты. Әйткәндәй, гимназияла быйыл инде икенсе Шайморатов исемендәге класс асылды. Геройыбыҙ исемен белем усағының 5-се класс уҡыусылары ла йөрөтә хәҙер.

Белем көнө – тулҡынландырғыс мәл. Ҡыҙыҡһыныуҙар, шатлыҡтар, тулҡынланыуҙар тулы беренсе класс уҡыусылары теҙелеп баҫҡан, уларҙан ситтәрәк, “Шайморатовсылар”, артабан сығарылыш класс уҡыусылары.
– Яңы уҡыу йылы барыбыҙға ла уңыштар килтерһен. “Беренселәр” яңы ҙур тормошҡа аяҡ баҫа, был юлда уларҙы тик яҡшы билдәләр, уҡытыусыларының, ата-әсәләренең һөйөүе, ярҙамы оҙатып барһын! – тип мөрәжәғәт итте гимназия директор Айгөл Шаһисолтанова тантанаға йыйылыусыларға.
Артабан иһә сығарылыш класс уҡыусылары кескәйҙәргә өндәшеп, шиғри юлдар аша уңыштар теләне, символик рәүештә “эстафета” тапшырҙы. Был көндө өлкән класс уҡыусылары ғына түгел, мәктәп ишеген тәү тапҡыр асып ингән балалар үҙҙәре лә шиғри күстәнәс әҙерләп килгәйне, ә иһә гимназия ҡарамағындағы “Алтынай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре беренсе класҡа барған өлкән ағай-апайҙарына музыкаль күстәнәс тә әҙерләгәйне. Саҡырылған ҡунаҡтар ҙа матур теләктәр менән һүҙ башланы.

– “Ашкаҙар” гәзите һәм ҡалабыҙҙың 3-сө гимназияһы күптән хеҙмәттәшлек итә. Шуныһы ҡыуаныслы: һеҙҙән тик яҡшы хәбәрҙәр генә килеп тора, кинәнеп, ең һыҙғанып ижад итәбеҙ һеҙҙең хаҡта. Бер уҡыу йортонда Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ике класс асылыуы ла күпте һөйләй – бындай яуаплы эште һәр кемгә лә йөкмәтмәйҙәр, тимәк уҡыу йорто көслө! Артабан да уңыштар! – тип мөрәжәғәт итте гәзитебеҙҙең баш мөхәррире, ҡала Советы депутаты Рәмил Мансуров.
Артабан Рәмил Ғәбдрәшит улы күп йылдар дауамында башҡорт телен үҫтереүҙә, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә ҙур өлөш индергәне, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн гимназияның башланғыс кластар уҡытыусылары Нәркәс Фәрит ҡыҙы Хафизоваға һәм Зифа Ғәббәс ҡыҙы Бикбаеваға наградалар һәм уҡыу йортона бүләктәр тапшырып үтте.
Әйткәндәй, “Ашҡаҙар” гәзите башҡорт телен үҫтереүҙә өлөш индергәне, яҡшы уҡыуы, ҡаҙаныштары һәм өлгөлө тәртибе өсөн үҙенең махсус стипендияһын булдырып, гимназия уҡыусылары араһында тапшырып килә. Быйыл стипендиат исеменә кем лайыҡлы булыр икән? Уҡыу йылы башланып ҡына тора, ваҡыт барыһын да күрһәтер. Тырышығыҙ, уҡыусылар! Аҡ юл һеҙгә!

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: