Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Сентябрь 2023, 17:40

БЕЛЕМ ИЛЕ ИШЕКТӘРЕН АСТЫ

1 сентябрҙә ил буйынса яңғыраған тәүге ҡыңғырау сыңы Стәрлетамаҡта 38 мең баланы парта артына саҡырҙы, шуларҙың 4 меңдән ашыуы – беренсе класс уҡыусылары.

Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл ҡалабыҙҙа капиталь ремонттан һуң, яңыртылған белем усаҡтары ла ишектәрен асты. Мәҫәлән, улар араһында 29-сы мәктәп тә бар. Унда быйыл 799 уҡыусы, шуларҙың 108-е беренсе класс  уҡыусылары уҡырға килгән. Уларҙы Белем көнө менән Башҡортостан Респуликаһы Хөкүмәтенең премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдинов, ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, ошо мәктәпте тамамлаған Ирек Зарипов ихлас ҡотланы.

Быйыл был мәктәптә “Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау” федераль программаһы буйынса капиталь төҙөкләндереү тамамланған. Рөстәм Ғәзизов  күрһәткән ярҙамдары өсөн республика етәкселегенә рәхмәт әйтте, уҡыусыларҙы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлап, уҡыуҙарында уңыштар теләне. Илшат Тажетдинов иһә балаларҙың яңы уҡыу йылы яҡшы мәлдәрҙән башланыуын билдәләп үтте – быйылдан башлап улар яңыртылған заманса кластарҙа яңы парталарға ултырасаҡтар. Шулай уҡ ул программаны тормошҡа ашырыу киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк, тине.

Артабан ҡунаҡтар 23-сө полилингваль мәктәптә булдылар. Быйыл бында 2500-гә яҡын уҡыусы белем аласаҡ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, быйылғы уҡыу йылында был мәктәптә Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор М.М.Шайморатов исемендәге класс барлыҡҡа килде. Әйткәндәй, БСК беренсе класс уҡыусыларына глобустар һәм мәктәп кәрәк-яраҡтары бүләк итте.

Белем көнө менән Рөстәм Фәрит улы Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы студенттарын да ҡотланы.

– Был уҡыу йортон һайлап һеҙ дөрөҫ эшләгәнһегеҙ, сөнки Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы –  сифатлы урта һөнәри белем биреү бренды ул. Ә быйылдан колледж педагогик белем биреү кластеры менән «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашты. Был иһә үҫешкә тағы бер импульс булып тора һәм ваҡыт ысынбарлығына, эш биреүселәр ихтыяжына яуап биргән белгестәр әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк, – тине ул.
 Мәктәп булһынмы ул йәки башҡа уҡыу йортомо – Белем көнө ҡайҙа ла бер маҡсатҡа  ҡоролған. Иң мөһиме, тейешле белемгә эйә булып ҡалабыҙ, республикабыҙ һәм илебеҙ киләсәгенә файҙа килтереү, өлөш индереү!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар  ҡала хакимиәте сайтынан алынды.

БЕЛЕМ ИЛЕ ИШЕКТӘРЕН АСТЫ
БЕЛЕМ ИЛЕ ИШЕКТӘРЕН АСТЫ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: