Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Октябрь 2023, 12:50

ӘСӘЙҘӘН ҠАЛА ИҢ ЯҠЫН КЕШЕ

Стәрлетамаҡ педагогтарын ҙурланылар Ысынлап та, мәктәп йылдарында уҡытыусы – беҙҙең остазыбыҙ ҙа, серҙәшебеҙ ҙә, ҡурсалаусыбыҙ ҙа, шул уҡ ваҡытта үрнәк булып торған шәхес тә. Шкаф артына аҡбур менән яҙған мәлдә, ауыл бураларында “дәрес алып барғанда” кем генә уҡытыусы булырға хыялланманы икән?  Шуға ҡәҙерле лә инде ул. Әйткәндәрҙең хаҡ икәнен ҡалабыҙҙа Уҡытыусылар көнөнә арналған байрам тантанаһында ла аңларға була ине. Иң изге һөнәр эйәләрен ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, социаль мәсьәләләр буйынса уның урынбаҫары Михаил Григорьев һәм ҡалабыҙҙың мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев килгәйне.

Рөстәм Фәрит улы һүҙҙе йыраҡтан башлап, үҙе уҡып сыҡҡан Ишембай ҡалаһында урынлашҡан Александр Доставалов исемендәге Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусын һағынып телгә алды. Уҡытыусыһының байрам уңайынан яҙған матур рәхмәт хатын да уҡып ишеттерҙе ул.

– Уҡытыусы – ул һәр ваҡытта ла талап ителәсәк һөнәр, – тине Рөстәм Фәрит улы.  – Шул уҡ ваҡытта  уҡытыусы һөнәре ҙур сыҙамлыҡ, бирелгәнлек, күп көс һәм энергия талап итә. Үҙеңдең эшеңә, уҡыусыларыңа һөйөү булмайынса уҡытыусы һөнәрендә уңыштарға ирешеп булмай, – тип тә өҫтәне етәксе.

Етәкселәр сығышынан һуң мәғәриф өлкәһенең алдынғы хеҙмәткәрҙәренә маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙылар. Байрам сараһы матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Бигерәк тә уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең үҙҙәре әҙерләгән сығыштары йөрәктән йөрәккә етте.

Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы был һөнәрҙең мөһимлеге тураһында тағы ла бер тапҡыр иҫебеҙгә төшөрә. Ә Стәрлетамаҡ уҡытыусылары өсөн был йыл айырыуса әһәмиәтле ваҡыиғаларға бай булды. Беҙ быны республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге һөнәри оҫталыҡ конкурстарында еңгән уҡытыусыларҙың һәм мәктәпкәсә өҫтәмә белем биреү учреждениеларындағы педагогтарҙың сағыу еңеүҙәренә ҡарап ҡына ла фекер йөрөтәбеҙ. Балаларға йәлләмәй биргән күңел йылылығығыҙ үҙегеҙгә сәләмәтлек, бәхет, именлек һәм яңы ҡаҙаныштарға энергия булып ҡайтһын, рәхмәтле уҡыусылар һәм һеҙҙе аңлаған ата-әсәләр күберәк булһын. Әйткәндәй, сара һуңында уҡыусыларҙың ҡотлау хаттарын тамаша залында ултырған барлыҡ уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә таратыуҙары байрам кәйефен тағы ла нығыраҡ көсәйтеп ебәрҙе. Байрам тамаша уҙған бинанан сыҡҡас та дауам итте, былай ҙа матур көҙгө көндө сәскәләр гөлләмәһе тотҡан уҡытыусылар биҙәне…

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фидан УЛИКАНОВ фотоһы.

ӘСӘЙҘӘН ҠАЛА ИҢ ЯҠЫН КЕШЕ
ӘСӘЙҘӘН ҠАЛА ИҢ ЯҠЫН КЕШЕ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: