Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Декабрь 2023, 19:53

БАШҠОРТСА ФЕКЕРЛӘГӘН БАЛАНЫ УҠЫТЫУ ЕҢЕЛЕРӘК...

БАШҠОРТСА ФЕКЕРЛӘГӘН БАЛАНЫ УҠЫТЫУ ЕҢЕЛЕРӘК...
БАШҠОРТСА ФЕКЕРЛӘГӘН БАЛАНЫ УҠЫТЫУ ЕҢЕЛЕРӘК...
Телде үҫтереү педагог иңендә генә ятмай, ти Әҡлимә Ибәтуллина.

Ҡала шарттарында мәктәп уҡыусылары күңелендә башҡорт мөхитенең, башҡорт теленең матур үрнәктәрен шыттырыу еңел эш түгел. Шулай ҙа, йылдар дауамында тәжрибә туплаған остаздар үҙ алымдары аша был бурысты еренә еткереп үтәп килә. Ошо маҡсаттарға ирешеп килгән, Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылар конкурсы еңеүсеһе, БР мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, күп йылдар Стәрлетамаҡ районында уҡытып, әле Стәрлетамаҡ ҡалаһының 7-се мәктәбендә башҡорт теле һәм башҡорт әҙәбиәте дәрестәрен алып барыусы Әҡлимә Рафаил ҡыҙы ИБӘТУЛЛИНАның да уҡыусылары менән барып таныштыҡ, дәрес алымдарын өйрәндек.

Ҡала мәктәбендә башҡорт теленә өйрәтеүҙең ниндәй ҡыйынлыҡтары бар.

– Беҙҙең мәктәптә төрлө милләт вәкилдәре уҡый, әлбиттә, бөтәһенең дә белемдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары бер тигеҙ түгел. Шулай ҙа, мәктәптә корридор буйлап барһам, йә урамда осраһалар, балалар башҡортса “Һаумыһығыҙ” тип өндәшә, һөйләшә. Шуға ла, бирелгән дәрестәр бушҡа үтмәгән, ниндәйҙер кимәлдә белем бар тип әйтергә була. Беҙ уҡытыусылар иһә улар тағы ла күберәк белһен, саф һөйләшһен тип уйлайбыҙ, сөнки үҫешер даръя ҙур. Күпселек балаларҙың фекерләүенән тора, ә быға ғаиләлә булған мөхит йоғонто яһай, башҡортса фекерләгән, уйлаған баланы уҡытыу күпкә еңелерәк. Бәләкәй кластарҙа уҡыған бала башҡорт теленә нығыраҡ ҡыҙыҡһына, ә бына өлкәндәр, сығарылыш класс уҡыусылары, дәүләт имтихандарына һайлаған фәндәргә күберәк ваҡыт бүлә.


– Башҡорт телен белергә тейешһегеҙ тип, өндәгән уҡытыусылар бар. Ә һеҙҙең дәрестәр нисек ҡоролған?

– Балаларҙан ҡәтғи генә талап итеү, фәнде инҡар итеүгә килтереүе мөмкин. Ғаилә республикабыҙҙа йәшәй икән, тимәк ул тәбиғәтебеҙҙе ярата, матур урындарға сәйәхәт итә. Тәүге дәрестәр ҙә шулай йәй көнө республикабыҙҙың ҡайһы урындарында ял иттегеҙ тигән темаға ҡоролоп үтә. Балалар үҙҙәренең хис тойғоларын һөйләргә ашыға, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән дәрескә инеп китә. Ер-һыу атамалары, туризм менән бәйле билдәле урындарҙың исемдәрен улар ишеткәне бар, йәки дәрестә дуҫтары һөйләгәндәре аша белә. Балаларға ҡыҙыҡлы һәм ябай күренештәр аша дәрес биреү отошлораҡ.


– 7-се мәктәпкә уҡырға килергә теләүселәр күп тиҙәр. Ни өсөн шулай?

– Күптән түгел генә башҡорт теле буйынса олимпиадалар булып үтте, унда ҡатнашып, аралашып йөрөгән мәлдә беҙҙең мәктәп етәкселегенең көслө булыуын һиҙҙем. Ҡала буйынса уҡыу йорттарын баһалау буйынса интернет һорау алыу ойошторолған ине, унда ла мәктәбебеҙ 1-се лицей һәм 23-сө мәктәптән күпкә ҡалышмай, өсөнсө урынға өлгәште. Атай кешеләргә беҙҙә милли көрәш, спорт йәһәтенән үҫешеү ҡыҙыҡһындыра, директорыбыҙ Илшат Ҡотлошин “Юрматы” көрәш клубын асты, Айнур Үтәев уҡтан атыу түңәрәген ойошторҙо.
Уларҙы төрлө район һәм ҡалаларҙа үткән ярыштарҙа еңеүсе булараҡ күрәләр, көрәш менән шөғөлләнер өсөн ҡалаға күсеп, беҙгә уҡырға киләләр. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта ауылдарҙан күсеп килеүселәр артты, бына шундай саф башҡортса һөйләшкән балаларҙы “эләктереп” алабыҙ, улар үҙҙәренең телен ҡалаға килгәс оноторға тейеш түгел.


– Олимпиадалар тиһегеҙ, һөҙөмтәләр билдәлеме, еңеүселәр бармы?
– Ҡала буйынса башҡорт теле олимпиадаһында Нурзилә Юнысова, Айзилә Рәзәпова, Дилара Таһирова, Ләйсән Килдеғолова призлы урындарға өлгәште, Милана Степаненко еңеүсе булды һәм республика олимпиадаһында ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ, “Йәш журналист” республика конкурсында Розалина Юланова II дәрәжә, Нурзилә Юнысова менән Ләйсән Килдеғолова III дәрәжәләге дипломдарға лайыҡ булды. Был уҡыусыларҙың барыһын да Илвира Ғәлимова әҙерләне. Уҡытыусыларыбыҙ ҡала командаһы составында Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты иғлан иткән “Педагог һәм остаз”, “Атайсалға изге ғәмәлдәр” йылына арнап “Остаз” республика конкурсының зональ этабында ҡатнашып еңеүсе булды.


– Быйыл “Педагог һәм остаз йылы” тип иғлан ителде, тәжрибәле уҡытыусы булараҡ ниндәй өмөттәр булғайны?

– Иң беренсе маҡсат уҡытыусы һөнәренә иғтибар йүнәлтеү, һөнәрҙең абруйын күтәреү тип уйлайым. Элегерәк мәктәпкә эшкә урынлашыу ауыр була торғайны, сөнки уҡытыусы булырға теләүселәр күп булды, ә хәҙер бик ынтылып бармайҙар. Яңы ғына уҡыу йортон тамамлап, диплом алыусыларға мәктәпкә эшкә ылыҡтырыу мәсьәләһен күтәрҙе был тематик йыл.
Иң беренсе, йәштәр эш хаҡына иғтибар бирә, сөнки юғары хаҡ түләнә икән, тимәк улар престижлы урында эшләй. Эш хаҡы мәсьәләһе лә хәл ителер, ишетеүем буйынса, 2024 йылда ниндәйҙер өҫтәмә түләүҙәр буласаҡ. Әммә, финанс ҡына түгел, йәмғиәттә, ғөмүмән, уҡытыусының абруйы күтәрелергә тейеш, тип уйлайым. Заман да, сәйәси торош та шуны талап итә.


– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Ысынлап та, уҡытыусы абруйы тағы ла яңы бейеклектәргә күтәрелһен!

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: