Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Декабрь 2023, 19:53

Ҡалабыҙҙың 7-се мәктәбендә спорт залы төҙөләсәк

Был турала, үҙ сәхифәһендә мәктәп директоры Илшат Ҡотлошин яҙа.

Беҙ өлкәндәр Ҡыш Бабайға ышанмай башлайбыҙ, шулай ҙа ышанырға кәрәк. Бына беҙҙең мәктәптә лә спорт залы төҙөлөш башланасаҡ, был бит уҡыусылар өсөн, балалар өсөн ҙур бүләк булып тора. Беҙҙең мәктәп спорт яҡлы икәнен күптәр белә, шуға ла был беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Коллектив, ата-әсәләр, уҡыусылар исеменән ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизовҡа сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, тигән Илшат Мансаф улы шатлыҡлы яңылыҡ менән уртаҡлашып.

Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, мәктәптә "Юрматы" көрәш клубында чемпиондар, Булат" тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге нигеҙендә традицион уҡтау атыу түңәрәгендә мәргән уҡсылар тәрбиәләнә. Шулай уҡ уҡыусылар төрлө олимпиада, ярыштарҙа еңеүҙәр яулай, уҡыуында ла өлгәшәләр.

Яңы спорт залы теремек балаларҙың һаулығына файҙа килтерһен. Башланған эш - бөткән эш!

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: