Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Декабрь 2023, 16:20

ҺАНДАРҘЫ ҠАЛДЫРЫП, КЕСКӘЙҘӘР ИЛЕНӘ...

Совет осоронда хеҙмәт кенәгәһендә бер яҙыу торһа, ул кеше өсөн ҙур баһа ине. Заман башҡа – заң башҡа, хәҙер кеше төрлө йүнәлештәге һөнәргә эйә була, үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай.

Бына беҙҙең интернет селтәрендә ҡала педагогтары араһында иң-иңдәрҙе һайлау буйынса уҙғарған конкурста иң күп тауыш йыйған Әлфиә ҒӘЛИЕВА, мәҫәлән, банкта эшләгән еренән балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып күсә. Һандар араһынан кескәйҙәр донъяһына сумыуын ул үҙенсә аңлай һәм аңлата.

– Уҡытыусы булыу ул – бер үк ваҡытта ижадсы ла, фантазер ҙа, балалар рухын тәрбиәләүсе лә һәм хатта бер үк ваҡытта үҙе лә бала саҡтан айырылмаусы ла ул. Был минең педагогик кредом, – ти Әлфиә Рәмил ҡыҙы.

БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс академияһында финансист һөнәрен үҙләштергән ҡыҙ банкта эшләй башлай. Кейәүгә сығып, бер-бер артлы тыуған ҡыҙҙары  балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, ул икенсе һөнәр үҙләштереү маҡсатында Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә һәм тәрбиәсе булып эшләй башлай. Башта ул 62-се балалар баҡсаһында эшләй, аҙаҡ  икенсе фатир алғас, йәшәгән йорттарына  яҡыныраҡ  булған  31-се балалар баҡсаһына күсә. Уның тәрбиәсе булып эшләүенә һигеҙ йыл булып киткән.

– 31-се балалар баҡсаһы – минең өсөн  тыуған йортома әйләнде, унда мине көтәләр, яраталар һәм ҡәҙерләйҙәр. Эшкә көн дә ҡыҙыҡлы идеялар һәм яҡшы кәйеф менән ашығам. Минең эшемдең асылы – балаларға белем биреү, уларҙы төрлө оҫталыҡҡа, тәртип нормаларына, гигиена ҡағиҙәләренә өйрәтеү, һәр баланы социализациялауға булышлыҡ итеү, уларға бөтә күңелде биреп эшләү. Хәҙерге шарттарҙа тәрбиәсе булыу бик ауыр һәм яуаплы эш, тип әйтергә теләйем. Был һөнәр сабырлыҡ һәм сыҙамлыҡ талап итә, әммә шул уҡ ваҡытта ул бик ҡыҙыҡлы һәм күп яҡлы. Һөнәребеҙгә белемле һәм тәрән рухи потенциалы булған кешеләрҙең килеүен теләйем. Мин һәр ваҡыт үҙ эшемә  ижади ҡараштамын. Һөнәри  эшмәкәрлегемдең практик һөҙөмтәләрен, шул иҫәптән семинарҙарҙа һәм киң мәғлүмәт сараларында эксперименталь инновацияларҙы кешеләр хөкөмөнә сығарырға яратам, студенттарҙың педагогик  практикаһы етәксеһе булып торам. “Ҡатын – ҡыҙ – милләт әсәһе”, “Иң йәш йәмәғәтсе” конкурстарында ҡатнаштым, – тип һөйләй эше тураһында Әлфиә Ғәлиева.

Әлбиттә, баланың шәхес булып формалашыуында тәүге орлоҡтар балалар баҡсаһында уҡ һалына. Һәр баланың  күңеленә хуш  килерлек итеп эште ойоштора белергә лә кәрәк бит әле. Ә кескәйҙәр иһә был йәштә өлкәндәр ярҙамынан тыш үҙ хыялдарын тормошҡа ашыра алмай. Бына шул саҡта Әлфиә Рәмил ҡыҙы һымаҡ үҙ эшенә мөкиббән киткән тәрбиәселәр балаларҙың кескәй йөрәктәренә ҡуҙ  һала ла инде!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

ҺАНДАРҘЫ ҠАЛДЫРЫП, КЕСКӘЙҘӘР ИЛЕНӘ...
ҺАНДАРҘЫ ҠАЛДЫРЫП, КЕСКӘЙҘӘР ИЛЕНӘ...
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: