Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Декабрь 2023, 12:35

ҺӘР ЗАМАНДЫҢ ИҢ ХӨРМӘТЛЕ КЕШЕҺЕ

Уҡытыусы уҡыусылары өсөн  һәр заманда ла  иң хөрмәтле, иң абруйлы, иң ихтирамлы кеше булып ҡала. Төптән уйлап ҡараһаҡ,  бала ғүмеренең иң саф, иң наҙлы ғәмһеҙ мәле – бала саҡтың матур, мәктәп йылдарының ҡыҙыҡлы хәтирәләр менән үтеүе лә уҡытыусыға бәйле бит.  Ә уҡытыусы булыу һәләте һәр кемгә лә  бер кимәлдә бирелмәй. Быйылғы “Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз” йылы уңайынан  Стәрлетамаҡта үткән “Йыл педагогы – 2024” конкурсы – бының  асыҡ сағылышы булды ла инде.

Йылдан-йыл ойоштороу йәһәтенән төрләндерелгән был конкурстың  һуңғы финал  һынауы ҡалабыҙҙың  Н.И. Суханов исемендәге  33-се мәктәбендә  конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһын да бергә  йыйҙы. Уҡытыусылар белем  һәм тәрбиә биреү, үҙ аллы белем алыу һәм һөнәри үҫеш, ата-әсәләр берләшмәһе менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре һәм проблемалары хаҡында уйланды, ни өсөн конкурста ҡатнашыуҙарын дәлилләне, уҡытыусы һөнәре тураһында үҙ ҡараштарын һәм принциптарын белдерҙе. Конкурсанттарға дөйөм белем биреү учреждениеларынан коллегалары, шулай уҡ ҡала киң мәғлүмәт саралары итте. Конкурста ҡатнашҡан уҡытыусыларҙың яуаптарын тыңлап ҡына ла бөтә ярыштар йомғаҡтары буйынса лидерҙарҙы билдәләргә мөмкин булды.

Ә 20 декабрҙә  “Йыл педагогы – 2024” ҡала профессиональ конкурсына йомғаҡ яһалды. Ул 11 декабрҙән 20-нә тиклем үтте. Стәрлетамаҡ белем биреү ойошмаларының 40 уҡытыусыһы ҡатнашты. Аҙна дауамында конкурсанттар дүрт йүнәлеш буйынса төрлө этаптар үтте: “Йыл педагогы”, “Туған телдәрҙең йыл педагогы”, “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы”, “Өҫтәмә белем биреү йыл педагогы”. Ҡатнашыусыларҙы компетентлы жюри: һөнәри белем биреү учреждениелары ғалимдары һәм педагогтары, БР Мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәренең ҡала профсоюз комитеты, мәғариф бүлеге, бөтә союз һәм төбәк һөнәри конкурстары еңеүселәре баһаланы.

Бүләкләү тантанаһы А.П.Гайдар исемендәге  пионерҙар Һәм уҡыусылар һарайында үтте. Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы хакимиәт башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев һәм мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев ҡотланы.

– Стәрлетамаҡ педагогика һәм ошо өлкәлә эшләп килгән оҫталар менән һәр саҡ дан тотто. Уҡытыусыларыбыҙҙың бай тәжрибәһе республика, ил кимәлендә ҡулланыла. Һәр саҡ күҙәтеп барам: бәйге, алымдар, сығыштар йылдан-йыл көслөрәк, ҡыҙыҡлыраҡ була бара, – тип билдәләп китте Михаил Васильевич һәм ҡала педагогтарын матур йыл йомғаҡланыу менән тәбрик итте. Йыһангир Йыһанша улы үҙ сиратында был конкурс алыш майҙаны ғына түгел, ә педагогик йәһәттән үҙеңде һынар өсөн, асылыңды аңлар өсөн етди бер аҙым булып тора.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 1 – се гимназияның физик культура уҡытыусыһы Евгений Владимирович Хохлов “Йыл педагогы – 2024” конкурсының абсолют еңеүсеһе булды.  “Йыл уҡытыусыһы – 2024”  конкурс еңеүсеһе исеменә Н.И.Суханонов исемендәге 33-сө мәктәктәптең биология уҡытыусыһы Алёна Александровна Шухардина лайыҡ булды. Ә 12-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Мария Сергеевна Ворсина “Йыл тәрбиәсеһе – 2024” конкурсы еңеүсеһе исемен яуланы. Шулай уҡ  “Өҫтәмә белем биреү педагогы – 2024” конкурс еңеүсеһе  исеменә А.П.Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайынан “Диалог” театр студияһының өҫтәмә белем биреү педагогы Ольга Николаевна Дмитриева лайыҡ булды.

Әйткәндәй, педагогик бәйге сиктәрендә шулай уҡ “Методик оҫтахана” ҡала методик эшләнмәләр конкурсы ла үтте,  унда 77 уҡытыусы һәм тәрбиәсе ҡатнашты. Иң яҡшы эштәр өҫтәмә рәүештә конкурс партнерының махсус методик приздары менән бүләкләнәсәк.

Йомғаҡлау тантанаһында йөкмәткеле итеп концерт барлыҡ уҡытыусылар хөрмәт булып яңғыраны был көндө. Ә иң мөһиме: беҙ балаларыбыҙҙың һәм йәш быуындың ышаныслы һәм белемле уҡытыусылар ҡулында икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ!

Һүҙ – еңеүселәргә:

Евгений ХОХЛОВ:

– Был еңеү миңә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Әйтергә кәрәк, бәйгелә көс һынашыуы еңелдән булманы, сөнки конкурсҡа көслө уҡытыусылар йыйылды. Һәр коллегамдың үҙ алымы, сере, көслө яғы бар. Бәйгелә үҙемдең оҫталыҡты ғына күрһәтеп ҡалманым, ә коллегарамдың мөмкин тиклем үҙемдә хеҙмәт тәжрибәһен тупларға тырыштым.

Алёна ШУХАРДИНА:

– Еңеүем өсөн үҙем эшләгән мәктәп коллективына, остазыма һәм ғаиләмә рәхмәтлемен. Шулай уҡ ҡала етәкселегенә, педагогик етәкселеккә ҡалала эшләүсе коллегарыма ошондай бәйге аша үҙ һүҙен әйтергә, һәләтен күрһәтергә һәм танылырға мөмкинселек биргән өсөн барлыҡ конкурсанттар исеменән рәхмәт әйткем килә. Конкурстың “Рәсәйҙә Остаз һәм педагогы йылы” сиктәрендә үткән йылында ҡатнашыуы бигерәк тә мәртәбәле һәм яуаплы булды.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото ҡала сайтынан алынды.

ҺӘР ЗАМАНДЫҢ ИҢ ХӨРМӘТЛЕ КЕШЕҺЕ
ҺӘР ЗАМАНДЫҢ ИҢ ХӨРМӘТЛЕ КЕШЕҺЕ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: