Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Март , 17:32

Бар еңеүҙәр кескәйҙәрҙең уңыштарынан башлана

Бар еңеүҙәр кескәйҙәрҙең уңыштарынан башлана
Бар еңеүҙәр кескәйҙәрҙең уңыштарынан башлана

Өфөлә “Башҡортостан мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы” һәм “Башҡортостан мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы” республика һөнәри конкурстары һөҙөмтәләре билдәле булды. Финалға үтеүселәр араһында Стәрлетамаҡ педагогтары ла бар, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан уларҙы ҡала мәғариф бүлегендә тантаналы рәүештә тәбрикләп үттеләр.

Финалға сығыр өсөн Стәрлетамаҡ тәрбиәселәре ике этапта ла еңеүселәр рәтендә була, тәүге һынау ситтән тороп ойошторолһа, икенсеһендә “асыҡ дәрес” күрһәтергә тура килә. Ә бына финалдағы “түңәрәк өҫтәл” барышында министр менән әңгәмәлә күҙмә-күҙ ҡарашып педагогика тураһында аралашыу була. Бар һынауҙарҙы ла үтеп, мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы конкурсында ҡалабыҙҙың 62-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зәлиә Әхмәҙи ҡыҙы Камалова һәм мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы конкурсында 79-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлназ Наил ҡыҙы Александрова лауреат исемдәрен ала. Уларҙы уңыштары менән ҡотлап, яңынан-яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ!

Һүҙ – еңеүселәргә

Зәлиә КАМАЛОВА:
– Был конкурста ҡатнашыу ҙур мәртәбә булып тора, бер яҡтан беҙ үҙ-ара конкурент булһаҡ та, башҡа конкурсанттарҙы ҡарап тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Һәр кем үҙенә ниндәйҙер яңылыҡ алғандыр, тип иҫәпләйем. Туған телдә өҫтәмә белем биреү конкурсында тәүҙә 35 педагог беренсе турҙан үтте, һуңынан финалда бишәү генә тороп ҡалдыҡ. Бындай әҙерлектә үткән конкурста ҡалабыҙҙы тик яҡшы яҡтан ғына күрһәттек, лауреат исеменә лайыҡ булдыҡ. Иң мөһиме, конкурста күрһәтелгән эш артабан да ҡулланыласаҡ, был тәжрибә менән артабан да уртаҡлашасаҡбыҙ.
Гөлназ АЛЕКСАНДРОВА:
– Әлегә тиклем бындай конкурстарҙа ҡатнашҡаным булманы, әммә Стәрлетамаҡ педагогтары исемен яҡлап, еңеү яуларға ышанысым ҙур ине. Шуға ла ныҡлы әҙерләндек, был һөҙөмтә минең генә еңеүем түгел, сөнки коллектив та, ғаиләм дә һәр ваҡыт эргәмдә булды, дәртләндереп торҙо.
Бар педагогтарҙы, тәрбиәселәрҙе етеп килгән Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым, артабан да яратҡан эшебеҙҙә кескәйҙәрҙең еңеүҙәре менән шатланып эшләргә яҙһын.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: