Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Март , 13:52

Ата-әсәләр берҙәм дәүләт имтихандары "тапшырҙы"

Ата-әсәләр берҙәм дәүләт имтиханы "тапшырҙы"
Ата-әсәләр берҙәм дәүләт имтиханы "тапшырҙы"

Берҙәм дәүләт имтихандары башланыуға күп тә ваҡыт ҡалманы, шулай ҙа был мөһим һорау балаларҙы ғына түгел, ата-әсәләрҙе лә тулҡынландыра. Тап уның һөҙөмтәләре буйынса уҡыусыларҙың артабанғы яҙмышы хәл ителә, теләгән уҡыу йортона уҡырға инә аласаҡмы ул? Күп уйланһаң әллә ҡайҙарға барып етергә мөмкин, ә бына имтихандарҙы барып күреп, уның процедуралары менән танышып ата-әсәләр күңелдәрен йыуата алды. Ҡалабыҙҙың 5-се мәктәбендә ата-әсәләргә имтихан биреп ҡарау мөмкинлеге ойошторолдо, бында ҡалала булған бар мәктәп вәкилдәре ҡатнашты.

Имтихан тапшырыласаҡ партаға ваҡытында барып ултырыу ҙа үҙенә күрә ҙур эш. Сөнки был етди сараға һуңлап ҡалыусылар ҙа бар, ә тейешле урыныңа барып инеү өсөн металл детоктор аша үтергә, үҙеңде танытырға, иң мөһиме паспортыңды онотмаҫҡа кәрәк. Ғәҙәттә, имтихандар сит мәктәптә үтә, был осраҡта таныш булмаған бина буйлап йөрөү ҙә еңел булмай. Шулай ҙа, олимпиадалар, төрлө конкурста ҡатнашыусы балалар өсөн бындай күренештәр ят түгел. Йәғни, уҡыу йылдарында балалар бындай таплаптар менән осрашҡаны бар, шуға ла әллә ни ҡыйынлыҡтар тыуырға тейеш түгел. Иң мөһиме, имтихандағы күнекмәләрҙе үтәп сығырға кәрәк, ә был осраҡта әҙерлек кенә ярҙам итә  ала.

Илдар Ҡәйепов, 3-сө Башҡорт лицей-интернаты:

- Берҙәм дәүләт имтихандары тураһында белһәк тә, әҙерләнһәк тә үҙебеҙ был имтихандарҙа ҡатнашып ҡарағаныбыҙ юҡ бит. Шуға ла, ата-әсәләр өсөн имтихандар ойоштороуҙары тураһында белгәс теләп килдем. Бында иң мөһиме белем тип иҫәпләйем. Әҙер булған уҡыусы тулҡынланырға тейеш түгел. Әҙерәк уйланаһың әлбиттә, ниндәй вариант әләгер, эшләй башлаһаң барыһы ла онотола ул. Минеңсә, эштәрҙе тапшырғанда, яуаптарҙы яҙғанда иғтибарлы булырға кәрәк.

Зөлфиә Шаһиева, 7-се мәктәп:

 - Процедуралар аңлашыла, барыһына ла өйрәтеп әйтеп торалар. Үҙеңдең урыныңа бырып ултыраһың да, күнегеүҙәрҙе үтәй башлайһың. Балаларға имтихандарҙың нисек үткәнен аңлатырға хәҙер еңелерәк була. Имтихан ваҡытына балаларға бер кем дә ҡамасауламай, барыһы ла үҙҙәренең ҡулында. Юғары балдар йыйыр өсөн яҡшы уҡырға һәм әҙерләнергә кәрәк.

Ата-әсәләр берҙәм дәүләт имтиханы "тапшырҙы"
Ата-әсәләр берҙәм дәүләт имтиханы "тапшырҙы"
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: