Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Май , 15:00

Өфөләге халыҡ-ара кампуста уҡыусылар Голдберг машиналарын йыйған

Өфөнөң Вуз-ара кампусында беренсе тапҡыр Өлкән класс уҡыусылары араһында «Башҡортостандың Ҡара алтыны» республика чемпионаты уҙҙы. Өфө дәүләт нефть техник университеты Голдберг машинаһын төҙөү буйынса турнирға Рәсәй машиналар эшләүселәр Союзының ассоциацияланған мәктәптәре уҡыусыларын саҡырҙы. "Башҡортостандың ҡара алтыны" - абитуриенттар өсөн белем биреү инженерлыҡ уйыны, унда өлкән класс уҡыусылары иң яҡшы инженерлыҡ ҡарарын тормошҡа ашырыуҙа ярыша. Проектты «Фән һәм университеттар»милли проекты сиктәрендә ӨФӨ ДӘҮЛӘТ НЕФТЬ ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫНЫҢ Евразия политехник мәктәбе әҙерләгән һәм тормошҡа ашыра.

Өфөләге халыҡ-ара кампуста уҡыусылар Голдберг машиналарын йыйған
Өфөләге халыҡ-ара кампуста уҡыусылар Голдберг машиналарын йыйған

Чемпионат барышында командалар ябай хәрәкәтте ҡатмарлы рәүештә башҡарған ҡоролмаларҙы проектлап йыйыр4а тейеш ине. Һәр машинаның нигеҙендә «домино» принцибы ята: төрлө деталдәр үҙ-ара тәьҫир итешеп, алдан уйланған һөҙөмтәгә килтерә. Конструкция өсөн бөтәһенә лә стандарт материалдар йыйылмаһы бирелә.

Задание өс этаптан тора: Голдберг машинаһын проектлау, уйлап табыуҙы үҙенең остаз-модераторҙары алдында яҡлау һәм артабан иң ҡатмарлыһы - уны эшләтеп ебәреү. Ҡоролма билдәләнгән ваҡыт эсендә, кәрәкле һанда звенолар менән, билдәләнгән задание буйынса өҙлөкһөҙ эшләргә тейеш.

– *Һөҙөмтәлә беҙҙең машина катапульт ярҙамында шарҙы хәрәкәткә килтерергә һәм уның импульс көсө арҡаһында шарҙы бейегерәк һикерергә мәжбүр итергә тейеш, – тип аңлатты 153-сө лицейҙың өлкән класс уҡыусыһы Савва Әхтәмов.

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының евразия политехник мәктәбе был чемпионатты бишенсе тапҡыр уҙғара һәм быйыл уны машиналар эшләүселәр Союзының юбилейына арнаны.

Өфөләге халыҡ-ара кампуста уҡыусылар Голдберг машиналарын йыйған
Өфөләге халыҡ-ара кампуста уҡыусылар Голдберг машиналарын йыйған
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: