Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Вуз-ара кампус төҙөлөшө буйынса штаб ултырышын үткәрҙе. Фекер алышыу барышында ҡатнашыусылар проект буйынса артабанғы эш барышын билдәләне.
- Былтыр йыл аҙағында төҙөлөп бөткән беренсе сират буйынса. Әлеге ваҡытта кампустың икенсе сиратын төҙөү буйынса эш башлайбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр.
Кампустың беренсе сиратын төҙөү 2023 йылдың декабрендә тамамланды. Майҙаны 37 мең квадрат метрлыҡ бина төбәктең алдынғы юғары уҡыу йорттары һәм инновацион компаниялары өсөн үҙ ишектәрен асты. Вуз-бенефициарҙарға беркетелгән майҙандарҙа (ӨНИТ, ӨДНТУ һәм БДМУ) 21 фәнни лаборатория эшләй башланы. Улар юғары уҡыу йорттары һәм индустриаль партнерҙар менән кооперацияла тикшеренеүҙәр алып бара.
Икенсе сират 103 мең квадрат метр самаһы торлаҡ төҙөүҙе күҙ уңында тота. Проектҡа ярашлы, улар 4300 студент урынлыҡ дөйөм ятаҡ, уҡыу блоктары, лабораториялар, геном үҙәге, шулай уҡ ижтимағи-эшлекле киңлектәр һәм башҡалар буласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса һәм «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. Уларҙа 400-гә яҡын лаборатория һәм 149 инфраструктура объекты асыласаҡ, 300-ҙән ашыу яңы белем биреү программаһы эшләй башлаясаҡ, студенттар өсөн 60 мең урын йыһазландырыласаҡ. 2030 йылға кампустар һаны - 25-кә, 2036 йылға 40-ҡа етәсәк.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Башҡортостан кампустарҙың тәүге ағымына инә алды һәм федераль ярҙам алды. 2024 йылдың февралендә беренсе сиратты сафҡа индергән саҡта төбәк етәксеһе Өфө кампусын «бөтә яҡтан да иң яҡшыларҙың береһе, ғилми-белем биреү эшмәкәрлеге һәм студенттар ижады өсөн эталон киңлеге» тип атаны. Студент ҡаласыҡтарында яңы лабораториялар асыу тураһында бынан алда Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һөйләне. Әлеге ваҡытта өс кампуста - Мәскәүҙә, Өфөлә һәм Екатеринбургта - 35 лаборатория булдырылған, тип билдәләне ул.