Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Май , 16:15

АЛЫҪТАРҒА ТАРАЛА УҠЫУ ЙОРТОНОҢ ДАНЫ

Стәрлетамаҡ физик культура, идара һәм сервис колледжына  - 90 йыл! Стәрлетамаҡ физик культура, идара һәм сервис колледжына – 90 йыл! Колледж әлеге ваҡытта үҙенең төп профилен һаҡлап ҡалып, Башҡортостан һәм Рәсәй физкультура кадрҙарын әҙерләүгә һиҙелерлек өлөш индерә. Бында Олимпия һәм Паралимпия уйындары, Европа һәм донъя чемпиондарын һәм призерҙарын әҙерләй. Был уҡыу йортон Стәрлетамаҡ физик культура техникумы тип йөрөтөлгән ваҡытынан, йәғни 1989 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы, Башҡортостан Ресаубликаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү маҡтаулы хеҙмәткәре Миҙхәт Биктимер улы Мусакаев етәкләй. Әйткәндәй, спорт өлкәһендә Миҙхәт Мусакаев «Тархан» волейбол клубының почетлы президенты, БР буйынса «Юность России» дәүләт ижтимағи физкультура-спорт берләшмәһе рәйесе, БР көрәш һәм билбаулы көрәш спорт федерацияһының вице-президенты ла әле ул. Ә 2014 йылда уға  «Стәрлетамаҡ районының почетлы гражданины» тигән маҡтаулы исем бирелгән. Үҙенең фекерҙәштәр командаһы менән ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә физик культура, идара һәм сервис тип үҙгәртелгән уҡыу йортона сифат яғынан яңы үҫеш импульсы биргән, физик культура буйынса белгестәр әҙерләүсе алдынғы белем учреждениеларының береһе булараҡ статусын нығытҡан, абруйын күтәргән етәксе менән әңгәмәбеҙ колледждың бөгөнгөһө хаҡында.

- Һуңғы йылдарҙа белеем биреү системаһында барған үҙгәрештәрҙе нисек баһалайһығыҙ?

- Беҙ замандан бер аҙымға ла ҡалышмайбыҙ. Әлеге ваҡытта төрлө проекттарҙа ҡатнашабыҙ.  Быйыл беҙ үҙебеҙҙе  беренсе тапҡыр «Профессионаллек» милли проектында һынайбыҙ.

- Ни өсөн Бөгөн Рәсәйҙә «Профессионаллек»кеүек проектты тормошҡа ашырырға кәрәк? Уның актуаллеге нимәлә?

 - Һөнәри белем биреү системаһы һәм тотош ил иҡтисады һуңғы ваҡытта бер нисә проблема һәм саҡырыу менән осрашты. Был бөтә тармаҡтарҙа билдәләнгән квалификациялы кадрҙар дефициты ла, һөнәри белем биреү менән предприятиеларҙың талабы араһында бәйләнеш булмауы ла. Колледж программалары йыш ҡына производствола үҙгәрештәр менән өлгөрмәй. РФ мәғариф министрлығы программаларҙың 80 проценты эш биреүселәрҙең һорауҙарына тап килмәй тип таный.

Бынан тыш, хеҙмәт баҙары үҙгәрә, эш биреүселәрҙең хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһына талаптары арта, бер нисә һөнәргә һорау үҙгәрә. Хәҙерге шарттарҙа кадрҙарға ихтыяж арта ғына, сөнки Рәсәй иҡтисады санкциялар аҫтында эшләүгә яраҡлаша башлай. Был илгә үҙ производствоһын әүҙемерәк үҫтерергә, тимәк, яңы эш урындары асырға кәрәк тигәнде аңлата. Уларҙы яҡшы биләү мөһим.

- Был яңырыштар һеҙҙең уҡыу йорто нигеҙендә нисек тормошҡа ашырыла?

- Айырыуса физик культура бүлегендәге студенттар проектты үҙ иңдәрендә татыны.  Заманса оҫтаханалар булдырҙыҡ, яңы ҡорамалдар алдыҡ. Йыш ҡына эш биреүселәр вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрелә, практика базалары киңәйтелде. Беҙҙең студенттар һайлаған һөнәрҙәре  буйынса брыһы ла (100 процент) эшкә урынлаша.

 - Бөгөн колледж  ниндәй йүнәлештәр буйынса белем бирә?

 - Беҙҙә физик культура, юриспруденция, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге, туризм һәм кунаҡсыллыҡ, адаптив физик культура, реклама, документацион тәьминлек, идара һәм архив алып барыу белгеслектәре буйынса уҡытабыҙ. Хеҙмәт баҙарында беҙ һәр саҡ – кәрәкле. Беҙҙең студенттар теория менән генә сикләнмәйҙәр. Халыҡтың социаль концепцияларына ҡоролған күп йүнәлештәрҙә эш алып баралар. Улар ҡала һәм республика кимәлендә үткәрелгән  ветерандар һәм махсус хәрби операциялағыларға ҡағылышлы сараларҙа ирекмәндәр булып та ҡатнашалар. Был иһә холоҡҡа рух көсө өҫтәй, шәхесте сыныҡтыра.

- Бюджет урындары күпме?

- 175 урын, шуларҙың 75-е физик культура, 50-һе – туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ, 25-е – юриспруденция, 25-е – хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге. Ғәҙәттә, 9 класс тамамлағандарҙы бюджет бүлегенә  алабыҙ.

- Быйылғы уңыштарығыҙҙы әйтеп үтегеҙ әле…

- «Студенттар яҙы» төбәй фестивалендә Башҡортостан Ресаубликаһының урта һөнәри белем биреү ойошмалары араһында ике йүнәлеш буйынса : «Медиа» һәм «Уйын ҡоралдары» конкурс йүнәлештәре буйынса 1-се урын яуланыҡ.. Ә   «Оригиналь жанр» «Мода», «Театр» йүнәлештәре буйынса 3-сө урынға сыҡтыҡ.

 -Сығарылыш студенттарына  әйтер теләктәрегеҙ барҙыр…

- Яҡшы, белемле белгес булараҡ, хеҙмәт эшмәкәрлеге аша тормошта үҙ урындарын тапһындар. Фәҡәт беҙҙең колледжды тамамлағандары өсөн ғүмер буйы ғорурлыҡ тойғоһо кисерһендәр.

Ысынлап та, Стәрлетамаҡ физик культура, идара һәм сервис колледжы – республиканың башҡа уҡыу йорттары араһында лайыҡлы урын алып тора. Башҡортостанда физик культура һәм спортты үҫтереүгә уның индергән өлөшө ифрат та ҙур.

Республиканың күренекле шәхестәре араһында сағыу һәм ижади, көслө һәм ихтыярлы, фәнни-педагогик һәм йәмәғәт эштәрендә бай тәжрибәгә эйә булған Миҙхәи Биктимер улы Мусакаев етәкләгән колледжға артабан да юғары үрҙәр яулауын теләйбеҙ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар колледж архивынан алынды.

 

АЛЫҪТАРҒА ТАРАЛА УҠЫУ ЙОРТОНОҢ ДАНЫ
АЛЫҪТАРҒА ТАРАЛА УҠЫУ ЙОРТОНОҢ ДАНЫ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: