Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Май , 16:00

Балаларҙа - беҙҙең киләсәк

«Балаларҙан беҙ үҙебеҙ күп нәмәләр өйрәнәбеҙ», - тип башланы һүҙен 62-се балалар баҡсаһы мөдире Гөлшат Мансур ҡыҙы  СОБХАНҒОЛОВА. - Мәҫәлән кеше менән дуҫ булырға, кешеләрҙең эске донъяһын аңлап йәшәргә. Хәҙерге балалар ныҡ аҡыллы. Улар бер йүнәлештә генә түгел, иғтибар итһәгеҙ, бар яҡлап та һәләтлеләр. Тағы ла шуныһы: шиғыр ятлау конкурсында ҡатнашҡан бала, интеллект яғынан да һәләтле, спорт менән дә  шөғөлләнә, уның логик аҡылы ла шәп булып сыға бит ул.

 -  Һуңғы ваҡытта төрлө ерҙәрҙә көтөлмәгән ваҡиғалар килеп сыҡҡалай. Һеҙҙең  балалар баҡсаһында балалар ҡурсаулымы?

- Федераль программаларға ярашлы, беҙҙе  лә ЧОП һаҡлай.  Бөтә талаптарҙы ла үтәйбеҙ. Шулай уҡ балалар баҡсаһына инергә бер генә ҡапҡаны асабыҙ. Тегендә был хәл булған, бында – икенсе тип эшләмәй ултырып булмай бит, тормош дауам итә.  

– Ниндәй йүнәлештәрҙә эш алып бараһығыҙ?

-  Алдынғы йүнәлештәрҙән башҡорт телен, башҡорт тарихын өйрәнәбеҙ, балалар баҡсаһы асылғандан бирле башҡорт мөхитен һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Башҡорт йолалары буйынса  фольклор, әкиәттәр, йырҙар, шиғырҙар өйрәнәбеҙ.  Миҙгеленә ҡарап  «Кәкүк сәйе», «Ҡаҙ өмәһе», «Ҡарға буткаһы», «Сөмбөлә байрамы» үткәрәбеҙ. «Йыл педагогы» республика конкурсында 2 тәрбиәсебеҙ ҡатнашты: Уркенбаева Лилиә Хәмзиевна һәм Камалова Зәлиә Әхмәҙи ҡыҙы. Улар тәүге бишенселәр иҫәбенә инеп лауреат булдылар. Шуға күрә асыҡ ҡала йәки республика кимәлендә дәрестәр күрһәтергә кәрәк булғанда – беҙ юғалып ҡалмайбыҙ.

- Әлеге ваҡытта балалар баҡсаһына күпме бала йөрөй?

- 276 бала йөрөй,  беҙҙә логопед төркөмө лә бар. Телдәре ауыр асылған балалар менән Рамазанова Илүзә Рафаэль ҡыҙы һәм Солтанова Розалина Азаматовна шөғөлләнә.

- Һеҙҙең балалар баҡсаһындағы тәрбиәселәрҙәң махсус хәрби операциялағыларға ярҙам итеүҙәре билдәле. Был эште башҡарыу – күптәргә хас. Юҡтан ғына тотонмағанһығыҙҙыр. Идея ҡайҙан килде?

-  Минең үҙемдең өлкән улым  шунда булғас, мин был эште бик теләп башҡарам.  Башта идеяны Ҡырым ҡыҙҙары башлап ебәргән. Беҙ уларҙан өйрәндек кенә. Беҙ 23800  «ҡоры душ» эшләп оҙаттыҡ..

- Ошо башланғысығыҙҙа уңыштар насип булһын,  фәҡәт һеҙҙең ярҙам менән  махсус хәрби операциялағыларға тыуған яҡ сәләмдәре барып етһен, һуғыш тиҙерәк тамамланһын.

Римма ҒӘЛИМОВА .

Батыр ағайым

Минең батыр ағайым бар,

Исеме уның Илдар.

Бөгөн  МХО- ла йөрөй

Ил именлеген һаҡлап.

Ағайыма хаттар яҙам,

Һағынам, һағышланам.

Шундай ағайым булғанға

Мин бик сикһеҙ ҡыуанам.

Динә ТАТЛЫБАЕВА, 6 йәш. 62-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Етәкселәре: Раушания  Латипова, Лена  Үркенбаева.

Редациянан: Динәнең был шиғыры “Ашҡаҙар” гәзитене приздарына махсус хәрби операция геройҙарына арнап үткәрелгән “Беҙ бергә” фестивале сиктәрендә ойошторолған Валентин Волочаев исемендәге шиғырҙар конкурсында иң кескәй шиғыр яҙыусылар эштәре араһында еңеүсе тип танылды.

 

Балаларҙа - беҙҙең киләсәк
Балаларҙа - беҙҙең киләсәк
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: