Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Июнь , 12:55

100 балл йыйыусыларҙың йөҙҙәре балҡый

Ике уҡыусыбыҙ - 33-сө мәктәптән Ариф Рәхмәтуллин һәм 1-се мәктәптән Богдан Шаповалов химия буйынса берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйҙы.

Ариф химия һәм биология буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабы призеры, экология буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабы еңеүсеһе, экология буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының республика этабы призеры була. Богдан шулай уҡ химия, биология һәм математика буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүсе һәм призер, экология буйынса Ҙур сода олимпиадаһында призер, «Медицина -минең булмышым» республика олимпиадаһында еңеүсе була. Уҡыған ваҡытта күрһәткән был һөҙөмтәләрҙе улар дәүләт имтиханында иң юғары балл менән раҫланы. Ариф менән Богданды ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да  уңыштар теләйбеҙ!

Римма ҒӘЛИМОВА

 

100 балл йыйыусыларҙың йөҙҙәре балҡый
100 балл йыйыусыларҙың йөҙҙәре балҡый
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: