Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Июнь , 10:48

Олимпиада призерҙары һаны арта

Башҡортостан Башлығы мәғарифҡа ярҙам һөҙөмтәһе  булған Бөтә Рәсәй олимпиадасылар һанын атаны. Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, бер нисә йыл эсендә Башҡортостандан Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы призерҙары һаны ике тапҡырға артҡан.

“Әгәр 2020 йылда улар һаны 29 булһа,  2024  йылда 52 булды, шулар араһында 10 еңеүсе, - тип хәбәр итте Радий Хәбиров дүшәмбе көндө республика хөкүмәте  оператив кәңәшмәһендә. –  Был, әлбиттә, алдынғы ҡарашлы уҡыусылар. Үткән  аҙнала юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында улар менән беҙҙең ҡыҙыҡлы һөйләшеү булды. Беҙ бергәләп ҡарап йөрөнөк. Араларында берәүһе, химия буйынса халыҡ-ара олимпиада еңеүсеһе Вадим Харисов беҙҙең медуниверситетҡа уҡырға инергә теләйем тигәс, рәхәт булып китте.”

Радий Хәбиров быйылғы сығарылыш уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханын бер нисә тапҡырға  юғарыраҡ тапшырҙы, тип билдәрләне.

 “Был  планлы эш һөҙөмтәһе, был ярҙам саралары ла, белем биреү сифатын күтәреү ҙә, белем биреү учреждениеларын модернизациялау ҙа. Былар барыһы ла балаларҙың объектив күрһәткестәрендә сағылған төрәнерәк белем алыуға килтерә, - тип билдәләне республика етәксеһе.

Бынан алдараҡ Башҡортостанда Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәре  100 мең һум аласаҡ, тип  хәбәр иткәйнек инде.

Р.ЗАМАНОВА.

Олег ЯРОВИКОВ фотоһы.

Олимпиада призерҙары һаны арта
Олимпиада призерҙары һаны арта
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: