Дипломдар тапшырыу тантанаһында БР һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуҡов, ҡала хакимиәте урынбаҫары Михаил Григорьев, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгесе, 1-се ҡала клиник дауаханаһы баш табибы Илшат Яппаров, Стәрлетамаҡ ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы рәйесе Азат Ҡорбанғәлиев, Стәрлетамаҡтағы медицина ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.
Быйыл медицина колледжын “Дауалау эше”, “Шәфҡәт туташы эше”, “Акушерлыҡ эше” һәм “Фармация” һөнәрҙәре буйынса йәмғеһе 239 кеше тамамланы. Шулар араһында 48 йәш белгес отличие менән диплом алды.
Колледж директоры Вил Ибраһимов тәжрибәле, белемле педагогтарҙан, остаздарынан һөнәри белем алған өр-яңы белгестәрҙе – шәфҡәт туташтарын, медбраттарҙы, фельдшер һәм фармацевтарҙы ҡотлап, уларҙың медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн мөһим булған – мәрхәмәтлелек, изге күңеллелек, кеше хәленә инә белеү, ауырыуҙарҙың хәлен үҙ йөрәгең аша үткәрә белеү кеүек сифаттарға эйә булырына ышаныс белдерҙе.
Өлкән коллегалары, сығарылыш уҡыусыларына хәйерле юл теләп, диплом алған йәш ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең күпселеге үҙ ҡалабыҙҙағы һәм республикабыҙҙағы поликлиникаларға, дауаханаларға, диспансерҙарға эшкә килеренә өмөт белдерҙе. Һәм, әлбиттә, медицина өлкәһендәге белемдәрен артабан да дауам итеп, даими камиллаштырып, профессиональ йәһәттән үҫешкән һөнәрмәндәр булырҙар тигән теләктәрен еткерҙеләр.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, башҡа йәш белгестәрҙән айырмалы булараҡ, Стәрлетамаҡ медицина колледжын тамамлаусыларға эшкә урынлашу проблемаһы янамай. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, ҡала хакимиәте, медицина учреждениелары араһындағы әүҙем хеҙмәттәшлек арҡаһында сығарылыш уҡыусыларын, диплом алыу менән, эш урындары менән тәьмин итеүсе система эшләнелде һәм индерелде.
Был яйға һалынған эштең һөҙөмтәләре һоҡландыра, яҡын арала ҡалабыҙҙың 1-се һанлы клиник дауаханаһыда 89 йәш белгес хеҙмәт юлын башлаясаҡ. Йәш көстәрҙең күпләп килеүе күрһәтелгән медицина хеҙмәтенә, һис шикһеҙ, ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Бынан тыш, йөҙҙән ашыу сығарылыш уҡыусыһы профессиональ эшмәкәрлеген башлау өсөн республиканың башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын һайланы. Аҡ юл һеҙгә, йәштәр, алған белемегеҙҙең мәнфәғәтен күрегеҙ!
Роза САФИНА.
Сергей Крамсков фотоһы.
Һүҙ – йәш белгестәргә:
Нурлан Шиханов, медбрат:
Беҙҙең ҡалала медицина хеҙмәткәрҙәренә ихтыяж ҙур, шуға ла мин туған ҡаламда ҡалырға булдым.
Светлана Баһаутдинова, шәфҡәт туташы:
Кешеләргә ярҙам итеү теләге көслө миндә. Шуға күрә “Шәфҡәт туташы эше” буйынса һөнәр алдым һәм киләсәктә ҡала поликлиникаһында ошо эште дауам итәсәкмен.