Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Июль , 19:00

Вуз-ара кампустың 70 студенты миллион һумлыҡ гранттар отҡан

Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды 2024 йылда «Студенттар стартапы» конкурсында еңеү яулаған проекттар исемлеген раҫланы. Илдең ике мең студенты үҙ проектын тормошҡа ашырыуға 1 миллион һум аласаҡ.

Еңеүсе проекттар һаны буйынса Өфө фән һәм технологиялар университеты Рәсәйҙең тәүге биш юғары уҡыу йорто араһында урынлашып икенсе урынды биләй. Уның 70 студенты үҙ стартапын булдырыу өсөн грант ярҙамын алыуға ирешкән. Былтыр грант алыуға өлгәшкән 49 проект булған.

Студенттарҙың бизнес-проекттары «һанлы технологиялар», «яңы материалдар һәм химия технологиялары», «яңы приборҙар һәм интеллектуаль етештереү технологиялары», «креатив индустрия» йүнәлештәре буйынса алып барыла.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: