Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Август , 18:25

«ИЛҺАМЛАНДЫРЫУСЫЛАР» проекты лидеры мәктәп уҡыусыларына «ҡанат ҡуйҙы»

  Республика Башлығы гранттары фонды проекттары буйынса  ғына 2024 йылда 40 миллион һум бүленгән, шуның 10  миллион һумы Рәсәйҙең башҡа юғары уҡыу йорттарында белем алыусы  Башҡортостан студенттарының башланғыстарына  ярҙам итеүгә бүленгән. - Беҙ башҡа ҡалаларҙың һәм төбәктәрҙең юғары уҡыу  йорттарын  һайлаған Башҡортостан йәштәре менән  бәйләнеште өҙмәйбеҙ, - тигәйе Радий Хәбиров төбәктә йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге әһәмиәтле проекттарға әүҙем ярҙам күрһәтелеүенә ҡарата.

Ә әлегә юғары уҡыу йорттарына барып еткәнсегә тиклем  мәктәп уҡыусылары менән был йәһәттән күп эштәр башҡарыла.

-Уҡыусыларҙың каникулын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәреү, химия фәненә  ҡыҙыҡһыныу уятыу, уны тәрәнәйтеп өйрәтеү маҡсатында 2-се тапҡыр «Изотоп Росхим»  йәйге химия лагеры үткәрелә. Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы Башҡорт сода компанияһы менән берлектә ойошторған сарала Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәм яҡын- тирә райондарынан, ҡалаларҙан йөҙгә яҡын бала ҡатнаша, - тине сара башланыр алдынан 3-сө башҡорт лицей-интернаты директоры Гөлшат Әүхәҙи ҡыҙы Әхмәтова.

 Һуңғы йылдарҙа Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы беҙҙең республика танылыу яулай бара.

Үткән йыл  Бөрйәндә булған  йәйге химия лагеры быйыл иһә БСК ярҙамында ҡалабыҙҙың 3-сө башҡорт-лицей интернаты пансионатында 1 аҙна һуҙымында үтә. БСК вәкилдәре уҡыусыларҙы был мөмкинлектәр менән ихлас ҡотланы һәм лагерь эшенә уңыштар теләне. Әйткәндәй, бында остаздарҙан тыш БЛИ һәм РИЛИ (республика инженер лицей-интернаты) уҡыусыларына яҡындан аралашырға мөмкинлек бар.

Олимпиадаларҙың файҙаһы һәм  проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тураһында Тимур Маннанов һөйләне. Тимур Маннанов үҙенең студенттар берләшмәһенә 9 миллион һум аҡса йәлеп итеүе һәм химия буйынса 25 Бөтә Рәсәй һәм 1 халыҡ-ара олимпиадала еңеү яулауы менән танылған шәхес.

- Олимпиадалар-яңы мөмкинлектәр. Улар алға барырға мәжбүр итә. Ваҡыт менән идара итергә өйрәтәләр:  һин өй эшен генә түгел, ә олимпиадаларға әҙерләнәһең. Олимпиадаларҙа ҡатнашыу һәм еңеү  -  юғары уҡыу йортона инеүҙе лә, артабанғы уҡыуҙы ла  еңеләйтә. Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеү ҡыйын, ләкин отошло һәм абруйлы.  Сөнки еңеү юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ инергә, гранттар һәм стипендиялар алырға мөмкинлек бирә, - тине Тимур. Шулай уҡ сара барышында ул  уҡыусылар менән олимпиадалар классификацияһы тураһында  уртаҡлашты.

Тимур Маннановтың тарихы  уҡыусыларға бик ныҡ тәьҫир итәлер, тим. Бигерәк тә, ауыл балаларына . Тимур үҙе 30 мең кеше йәшәгән Учалы ҡалаһы егете, химия буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында ла, Халыҡ-ара Менделеевка олимпиадаһында ла еңеү яулай. Был ғәйәт ҙур хеҙмәт!  Шуға күрә уның «мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ» тигән фекере уҡыусылар хәтеренә  яҡшы һеңеп ҡала. Тимур Маннанов олимпиадала еңеү генә яуламай. Шулай уҡ ул социаль проекттарҙы тормошҡа ашыра. Уның  маҡсаты-йәмәғәт проблемаһын хәл итеү, кемдеңдер тормошон яҡшыртыу. Илһамландырыусы студенттарҙың олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһына нигеҙ һала.  Бөтә Рәсәй «Илһамландырыусылар» хәрәкәте төрлө йүнәлештәге лидерҙарҙы, төрлө өлкәләрҙә яҡшы  һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәрҙе берләштерә, уларҙың проекттары кешеләргә, илгә, донъяға файҙа килтерә һәм башҡа кешеләрҙең тормошон яҡшырта.

Тимур Маннанов һымаҡ илһамландырыусылар үҫмерҙәрҙе осрашыуҙар һәм махсус медиаконтент аша үҙ юлын эҙләргә  һәм дәртләндерергә ярҙам итә. Шуға күрә лә бындай осрашыуҙарҙың файҙаһы ифрат та ҙур.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар: 3-сө БЛИ сайтынан алынды.

  Гөлшат  ӘХМӘТОВА, 3-сө башҡорт лицей-интернаты директоры:  Һуңғы йылдарҙа  республикала  етәкселеге тарафынан фәнгә булған иғтибар, гранттар яңы мөмкинлектәр бирә. Беҙ ҙә  был мөмкинлектәрҙе әүҙем файҙаланырға тырышабыҙ. Әлеге  проект балаларҙың химия  фәненән белемен камиллаштырыуға, уны производство менән бәйләп өйрәнеүгә һәм уҡыусыларҙы  төрлө олимпиадаларға, конкурстарға  юғары кимәлдә әҙерләүгә ҡоролған. Ҡатнашыусылар 3-сө башҡорт лицей- интернатының ятағында  урынлашты, уҡыу корпусында теоретик белемдәрен нығыталар, ә Стәрлетамаҡ  химия- технология колледжы  базаһында практик эштәрҙе башҡаралар. Шулай уҡ программала ҡыҙыҡлы интенсивтар, осрашыуҙар, экскурсиялар планлаштырылған, ял итеү өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Уҡыусылар ҙа,  остаздар ҙа, ойоштороусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалырҙар, тип уйлайым.

 

.

«ИЛҺАМЛАНДЫРЫУСЫЛАР» проекты лидеры мәктәп уҡыусыларына  «ҡанат ҡуйҙы»
«ИЛҺАМЛАНДЫРЫУСЫЛАР» проекты лидеры мәктәп уҡыусыларына «ҡанат ҡуйҙы»
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: