– Беҙҙең социаль сәйәсәт күп йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала, уларҙың береһе – үҫеп килеүсе быуындың именлеге хаҡында хәстәрлек күреү. Быға тиклем мәктәптең спорт залы юҡ ине, балаларға мәктәп ихатаһында йәки коридорҙа шөғөлләнергә тура килде. Беҙ, төбәктең иң ҙур предприятиеһы булараҡ, был мәсьәләне хәл иттек, – тип һөйләне БСК-ның персонал менән идара итеү һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры Владимир Борисович Ануфриев һәм беренсе класҡа килеүсе балаларға бүләктәр тапшырҙы.
Зал төҙөү быйыл февраль айында уҡ башланды.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йыл аҙағында спорт залы авария хәлендәге булыуы сәбәпле һүтеп алынды. Бөгөн иҫке бина урынында яңы, уңайлы, хәүефһеҙ зал төҙөлдө, уның майҙаны 300 метр квадраттан ашыу. Зал спорт кәрәк-яраҡтары менән менән йыһазландырылған.
Спорт залын асыу тантананаһында Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов һәм Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов ҡатнашты. Улар уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе һәм уҡытыусыларҙы Белем көнө менән ихлас ҡотланы һәм яңы уҡыу йылында яңы уңыштар, спорт өлкәһендә яңы ҡаҙаныштар теләне. Мәктәп директоры Ишлат Ҡотлошин был спорт залын булдырыу өсөн көс һалған ҡала хакимиәтенә һәм БСК акционерҙар йәмғиәтенә ҙур рәхмәттәрен еткерҙе. Был көндө шулай уҡ ҡаланың бөтә мәктәптәрендә лә Белем көнө байрамы үтте. Әйткәндәй, Башҡортостандың 47 836 беренсе класс уҡыусыһы өсөн бөгөн тәүге тапҡыр мәктәп ҡыңғырауы яңғырай. Быйыл бөтәһе 524 887 уҡыусыбыҙ бар. Шул иҫәптән Донбасс, Белгород һәм Курск өлкәләренән 200 бала.
Һүҙ ата-әсәләргә:
Дилара Садыкова: Бында ейәнем 5 класта уҡый, ә ейәнсәремде 1 класҡа килтерҙек. Мәктәптә, ниһәйәт, спортзал булыуға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.
Ғәлиә Мөхәмәтйәнова: Үҙем ғүмер буйы төҙөүсе булып эшләгәс спорт зал өсөн «Рәхмәт төҙөүселәргә!» тип әйткем килә. Мин бында ейәнемде 5 класҡа килтерҙем.
Дэниза Сафина: мин күп балалы әсәләр иҫәбенә керәм, шул уҡ ваҡытта ата-әсәләр комитеты ағзаһымын. Был мәктәптә ҡыҙым 3-сө класҡа, улым 1-се класҡа килде. Мәктәп беҙгә бик оҡшай. Уҡытыусыларҙы ла, уҡыусыларҙы ла яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, бары тик уңыштар ғына теләйем. Республикала, күреп торабыҙ, ошондай залдар күп төҙөлә, республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм уның командаһының тырышлығы тормошта ныҡ һиҙелә.