Ярыштарҙы асыуҙа филиалыбыҙ директоры, Стәрлетамаҡ ҡалаһы Советы рәйесе Игорь Сыров, мәғлүмәт технологиялары факультеты деканы Руслан Кәримов, шулай уҡ технологиялар өлкәһендә үҫешкән компаниялар вәкилдәре сәләмләп, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
– Университетыбыҙ өсөн генә түгел, ҡала өсөн дә мөһим ваҡиға булған һәм инде һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған сарала һеҙҙе сәләмләүебеҙгә шатбыҙ. Ошо ярыштарҙы үткәреүҙең төп маҡсаты, әлбиттә, һәр ваҡыттағыса, һеҙҙең эш һөҙөмтәләрен компанияларҙа ғәмәлдә ҡулланылыу өсөн булышлыҡ итеү. Хәҙер хөкүмәт белем биреү программаларының иҡтисадты һәм бизнесты үҫтереүгә йүнәлтелеүенә ҙур иғтибар бүлә. Беҙҙә үткәрелгән саралар был курсты раҫлай. Был шулай уҡ студенттар һәм йәш белгестәр өсөн үҙҙәренең белемен һәм оҫталығын күрһәтеү, ил үҫешенә өлөш индерергә әҙер булыуҙарын күрһәтеү мөмкинлеге лә булып тора. Барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар, һөҙөмтәле эш һәм ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүҙәрен теләйем, – тип мөрәжәғәт итте студенттарға һәм уҡыусыларға Игорь Анатольевич.
Руслан Халиҡ улы һөйләүенсә, хакатонда 178 уйлап табыусы теркәлгән. Ҡатнашыусылар алдында өс көн һәм ике төн эсендә сифатлы һанлы ҡарарҙар эшләү бурысы тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
– Идеялар йәки презентациялар ғына түгел, ә компанияларҙың һорауҙарына яуап биргән реаль продукттар тәҡдим итергә кәрәк. Үҙҙәре көткән продукцияны булдырыу өсөн заказсы компаниялар менән эшләү, сараның маҡсаты – республика үҫешенә өлөш индерәсәк яңы һанлы продукттар алыу. Барығыҙға ла ҡатнашыуығыҙ өсөн рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар теләйем! – тине ул.
Әйткәндәй, ярышҡа тәҡдим ителгән проекттарҙың ҡайһы берҙәре Белорусия, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Төркиә һәм башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә ойошторолған форумдарҙа ла тәҡдим ителде. Тимәк, йәштәр өсөн әлеге майҙансыҡ ҙур старт булып тора.
– Мин был сарала йыл да ҡатнашам һәм беҙҙең команда инде икенсе йыл рәттән 1-се урын яуланы. Был сара беҙгә эш биреүселәр менән аралашырға, уларға беҙҙе ғәмәлдә һынап ҡарарға мөмкинселек бирә, проекттарыбыҙ ҡағыҙҙа ғына ҡалмай, ә ҡулланыла башлай, – тип һөйләп үтте, мәҫәлән, еңеүселәрҙең береһе, математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты студенты Вероника Кашун.
Шулай итеп, ярыштарҙа ҡатнашыусылар техник мәсьәләләрҙе хәл итә башланы ла инде. Һөҙөмтәләр, һис шикһеҙ, булыр һәм, кем белә, ошо егет ҡыҙҙар араһында иң ҡурҡыныс сирҙәрҙе дауалаусылар, иң кәрәкле әйберҙәре, программаларҙы уйлап табыусылар барҙыр!..
Светлана ӘСӘНОВА,
матбуғат хеҙмәте етәксеһе.
Фотолар ВУЗдың матбуғат хеҙмәте сығанаҡтарынан алынды.