Ул бер аҙна дауамында 13 декабрҙән 20-һенә тиклем үтте һәм дүрт конкурс йүнәлеше буйынса төрлө этаптарҙы үҙ эсенә алды: «Йыл педагогы», «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы», «өҫтәмә белем биреү йылы педагогы», «Йыл советнигы».
Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов конкурста ҡатнашыусыларға ҡотлау һүҙе менән мөрәжәғәт итте.
- Беҙҙең ҡалала бик күп уңышлы, талантлы уҡытыусылар бар. Быйылғы конкурс һөҙөмтәләре быға асыҡ дәлил булып тора. Сифатлы белемгә өлгәшеп булмаҫлыҡ компетентлыҡ һәм инновацияларға әҙерлек – педагогтың профессионализмының мөһим өлөштәре. Конкурс барышында һеҙ ошо сифаттарҙы тулыһынса астығыҙ - тип билдәләне Эмиль Владиславович.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 5-се гимназияның физика уҡытыусыһы Хәйбуллин Ренар Мөхтәр улы абсолют еңеүсе булды.
Был хаҡта тулыраҡ баҫмабыҙҙың алдағы һандарында уҡырһығыҙ.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотоһы.