Сара был уҡыу йорто Стәрлетамаҡ филиалының грант проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтте. Осрашыуҙа юғары уҡыу йорто етәкселеге, ғалим-уҡытыусылар составы, хеҙмәткәрҙәр, студенттар һәм сығарылыш уҡыусылары ҡатнашты.
Был музей башҡорт халҡының һәм республика биләмәһендә йәшәгән башҡа этник төркөмдәрҙең бай мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу өсөн мөһим майҙансыҡҡа әүереләсәк. Ул интерактив киңлек булып торасаҡ, унда килеүселәр Башҡортостан халыҡтарының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм кәсептәре менән таныша аласаҡ.
Музейҙы асыу тантанаһында Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры Игорь Сыров билдәләүенсә, музейҙың тап ошо бинала асылыуы - айырыуса символик билдәгә эйә, ул үҙе үк этник ҡомартҡы булып тора, ҡалабыҙҙың һәм халҡыбыҙҙың бай үткәнен кәүҙәләндерә. Юғары уҡыу йортонда белем алған буласаҡ белгестәрҙең тәҡдим ителгән мәҙәни экспонаттар менән танышыуы бик мөһим. Был музей тарихыбыҙҙы һаҡлауҙа һәм популярлаштырыуҙа мөһим аҙым буласаҡ.
Шуныһы ла мәғлүм булһын: музей 1914 йылда ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын урынлаштырыу өсөн төҙөлгән бинала урынлашҡан. Ул 1919 йылдың мартында икенсе баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбенә әйләндерелгән. Бында 1940 йылдың 1 сентябрендә РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарарына ярашлы, Стәрлетамаҡ дәүләт уҡытыусылар институты асыла һәм Стәрлетамаҡта юғары белем биреүгә башланғыс һала.
- Музейыбыҙ үҫәсәк, сәскә атасаҡ, юғары миссия үтәйәсәк һәм төбәктең тарихи-мәҙәни ҡиммәттәрен пропагандалау һәм популярлаштырыу, рухи өлкәне үҫтереү сығанағына әйләнәсәк, үҫеп килгән быуындың рухи-мәғариф һәм интеллектуаль - мәҙәни кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итәсәк, тип ышанабыҙ, - тип билдәләне педагогика һәм психология факультеты деканы Лилиә Бакир ҡыҙы Абдуллина. Экспозицияла төбәктең күп быуатлыҡ тарихы һәм мәҙәниәте, уның традициялары һәм ҡаҙаныштары тураһында һөйләгән көнкүреш әйберҙәре, милли костюмдар, музыка ҡоралдары һәм халыҡ оҫталарының әйберҙәре күрһәтелгән. Музейға ҡиммәтле экспонаттар бүләк иткән факультетты тамамлаусылар айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Мәҫәлән шулар араһында «Ғәрәп теленең грамматикаһы» китабы иғтибарҙы йәлеп итә. Ул 1889 йылдың 29 сентябрендә яҙылған һәм уны көнсығыш ҡулъяҙмалар коллекцияһына индерәләр. Был баҫма Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан булған. Шулай уҡ был уҡыу йортон тамамлаған профессорҙың диссертацияларын баҫҡан бармаҡ эҙҙәрен һаҡлаған машинка ла тарихи ҡомартҡы һымаҡ ҡабул ителә.
Ҡыҙыҡлы экспонаттар араһында аяҡ менән йөрөтөлгән вертикаль йөн иләү аппараты әллә ҡайҙан уҡ күҙгә күренеп тора. Ҡағиҙә булараҡ, иләү менән ҡатын-ҡыҙҙар шөғөлләнә, һәм был процесс йорт хужалығының мөһим өлөшө була. Йөн иләүсе һул ҡулын сүстәрҙе сәнске осона тапшырыу өсөн ҡуллана, ә уң ҡулы тәгәрмәсте әйләндерә. 19 быуатта физик көсөргәнешлекте кәметеү өсөн уға тәгәрмәсте әйләндереү өсөн педаль өҫтәлә. Шулай итеп, был эш ҡоралы механизмды ҡул менән көс һалмай хәрәкәткә килтерә алған.
-Педагогика һәм психология факультеты коллективы мәғлүмәт һәм материалдар йыйыу буйынса ҙур эш башҡарҙы. Музейҙы булдырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгән ветерандарға, уҡытыусыларға, студенттарға һәм шәхсән факультет деканы, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Лилиә Бакир ҡыҙы Абдуллинаға айырым рәхмәт белдерәм. Республикабыҙ халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлауға индергән өлөшөгөҙ бик әһәмиәтле, - тип йомғаҡ яһаны Игорь Анатольевич.
Сараны музыкаль йәһәттән «Хазина» фольклор төркөмө биҙәне.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Автор фотоһы.