Тәнзилә Батталовна Байғотлина, Элеонора Рөстәмбәковна Ширяева, Рабиға Хәмитовна Ибраһимова, Зарифа Шәрифулловна Ҡотлоғужина, Мәүрүрә Ғәлиевна Әбдрәхимова, Тәнзилә Зәйнулловна Зәйнуллина, Гәүһәр Фарруховна Йосоповаларҙың дәрестәре бик тәрән, фәһемле, көслө булғанын йәшәй-йәшәй аңлайһың. Тәрбиәселәребеҙ Әлфиә Миңлеғоловна, Зыяф Сәмиевич Түләбаевтарҙың түҙемле, итәғәтле, мөләйем холоҡтарын һағынып иҫкә алам. Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙҙың мәрхүм булғандары беҙҙән риза булһындар, иҫәндәренә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйем.