Стәрлетамаҡ ҡалаһы командаһында 28 ҡатнашыусы ярышты, команда етәксеһе 1-се гимназияның директор урынбаҫары, физика Һәм астрономия уҡытыусыһы И. И. Вәлитов. Бынан тыш, Стәрлетамаҡҡа олимпиадаға Башҡортостан Республикаһының көньяҡ муниципалитеттарынан командалар килде. Ҡатнашыусыларҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары О.И. Шитикова, баш инспектор С. Б. Седова, «Аврора» Республика таланттарҙы үҫтереү Үҙәге директоры Р.Н. Кәримов сәләмләне һәм конкурсанттарға уңыштар теләне. Уҡыусылар олимпиаданы 3 сәғәт 55 минут яҙҙы, был ваҡытта Физика буйынса Төбәк предмет комиссияһы рәйесе И. И. Вәлитов оҙатып йөрөүсе уҡытыусылар өсөн күренеп торған йондоҙ дәүмәленә мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ҡатнашыусылар заданиеларҙы 19 ғинуарҙа ҡарай, 23 ғинуарҙа апелляция үтә, 2025 йылдың 29 ғинуарында олимпиадаға йомғаҡ яһала. Беҙҙең ҡалала олимпиада өсөн был майҙансыҡ ҡалабыҙҙан тыш Салауат, Күмертау ҡалалары һәм Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлебаш, Миякә, Көйөргәҙе, Йылайыр, Хәйбулла, Ишембай, Ғафури Федоровка райондары уҡыусылары өсөн ойошторолдо. Олимпида талантлы балаларҙы табыу һәм ижади үҫтереү маҡсатында йыл һайын үткәрелеп килә. Быйыл ул етенсе тапҡыр уҙа. Күк йөҙөн һөйөүселәргә Йыһан йылмайһын.
Римма ҒӘЛИМОВА.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ: 1.Күмертау ҡалаһынан «Гармония» 1-се мәктәбе уҡыусылары: Бурмистров Радмир (7- се класс уҡыусыһы), Исмәғилов Ильяс (8-се класс уҡыусыһы ), Яппаров Марк (9-сы класс уҡыусыһы)
Һүҙ ситтән килеүсе төркөм етәкселәренә:
Юдакова Ольга Михайловнва, Күмертау ҡалаһы «Гармония» 1-се мәктәбенең физика уҡытыусыһы, төркөм етәксеһе:
- Астрономия буйынса төбәк этабында икенсе йыл ҡатнашабыҙ. Беренсе йылда ҡатнашыусылар ғына булғайныҡ. Быйыл 3 кешенән торған төркөм (7,8,9 класс уҡыусылары) ҡатнаша . Улар , кәм тигәндә, олимпиада призерҙары булыр, тип ышанам.
Баймырҙин Дим Дамир улы, Күгәрсен районы Мораҡ ауылы 1-се мәктәптең физика уҡытыусыһы:
- Стәрлетамаҡ ҡалаһы миңә ят түгел. Үҙем дә ошонда уҡып, физика-математика факультетын тамамланым. Мәктәптәрҙә хәҙер астраномия фәне уҡытылмай, факультатив дәрес булараҡ ойошторам. Әле 7-се класс уҡыусыһы Данир Зәйнетдинов мәктәп этабын уңышлы үтеп, был йүнәлештәге олимпиадала беренсе тапҡыр ҡатнаша. Әлбиттә, еңеүгә өмөтләнеп килдек.