Колледж директоры Марат Заһиҙуллин белдереүенсә, бында 1 300-гә яҡын студент белем ала. Колледжа станок операторҙары, автослесарҙар, электромонтажсылар, яңы технологиялар өлкәһендә белгестәр, лаборанттар, иретеп йәбештереүселәр, аппаратсылар әҙерләйҙәр. Улай ғына ла түгел, колледж Башҡортостанда станоктар төҙөү өсөн белгестәр әҙерләүсе берҙән-бер уҡыу йорто булып тора!
Атап әйткәндә, нәҡ әлеге предприятиелар өсөн кадрҙар әҙерләүсе һәм ошо йүнәлештә килешеү нигеҙендә байтаҡ белгестәр уҡытып сығаралар ҙа инде.
– Етмеш йыллыҡ тарихы булған колледжыбыҙ 2022 йылда “Профессионалитет” федераль проектында ҡатнашып, еңеүселәр рәтенә инде һәм “Механика” акционерҙар йәмғиәте өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге” асыуға финанс алды. 100 миллион һум федераль ҡаҙнанан бүленһә, 50 миллион һум республика бирҙе – был аҡсаға фасадты һәм уҡыу корпустарын ремонтланыҡ, “Станкостроение” берләшмәһе 48,8 миллион һумлыҡ уҡыу станоктары менән тәьмин итте, – тип һөйләп үтте республика етәксеһенә Марат Заһиҙуллин. Бөгөнгө көндә колледж танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, яңы ҡорамалдар менән бер рәттән бинаға ла матур ремонт эшләнгән.
Әйткәндәй, үткән йыл колледждағы үҙгәрештәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килеп баһаланы. уҡыу һәм тәжрибә, оҫталыҡ күрһәтеү бүлмәләрен ҡарап сыҡты, педагогтар, студенттар менән аралашты.
– Һеҙ хеҙмәт баҙарында кәрәкле һөнәрҙәр һайлағанһығыҙ, һеҙҙең һөнәрҙәргә завод-предприятиелар әле үк мохтаж, яҡшы белем алыуығыҙҙы теләйем, бының өсөн бында барлыҡ шарттар ҙа бар, – тип мөрәжәғәт итте Радий Фәрит улы студенттарға осрашыу мәлендә.