Мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Ольга Шитикова буласаҡ сығарылыш уҡыусыларын, уларҙың ата-әсәләрен, уҡытыусыларҙы һәм белем биреү ойошмалары етәкселәрен сәләмләне һәм йомғаҡлау аттестацияһының төп формаһы булараҡ берҙәм дәүләт имтиханы хаҡында һөйләп үтте.
– Берҙәм дәүләт имтиханы юғары белем алыу мөмкинлеген арттырҙы. Йәғни шул иҫәптән халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламдарындағы сығарылыш уҡыусылары өсөн дә илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарына, атап әйткәндә, ҙур финанс ярҙам талап ителгән юғары уҡыу йортона уҡырға инеү мөмкинлеге бар. Имтихандарҙы уңышлы тапшырыу өсөн уҡыу программаһы буйынса алынған уҡыу материалын белеү етә, – тине Ольга Ивановна.
Уның һүҙҙәренсә, 2025 йыл төбәк мәғлүмәт ситемаһында быйылғы 11-се класты тамамлаусы 1160 кеше теркәлде. Улар араһынан 10-сы класты тамамлаусылар 32 кеше (хәҙер ундай мөмкинселек тә бар), 31 кеше - үткән йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары һәм урта һөнәри белем алыусылар берҙәм дәүләт имтиханын бирәсәк. 3709 9-сы класты тамамлаусы уҡыусы буласаҡ. 11-се кластарҙа 5 имтихан үткәреү пункты билдәләнде, шуларҙың берәүһе өйҙә, 9-сы кластарҙа 33 пункт, 20-һе өйҙә үткәрелә.
– Һуңғы биш йыл дауамында БДИ буйынса Стәрлетамаҡ ышаныслы ҡалалар иҫәбенә инә, тимәк, беҙҙең сығарылыш уҡыусылары һынатмай, юғары балдар йыйа. Улай ғына ла түгел, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү тәртибе менән ҡуйылған талаптар аныҡ үтәлә. 2024 йылда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре нигеҙендә 988-ҙән 862 уҡыусы юғары уҡыу йортона керҙе. Беҙ уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ, – тине етәксе.
Артабан ата-әсәләргә, уҡыусыларға БР мәғариф һәм фән министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлегенең баш белгес-эксперты Ләлә Зәйҙуллина 2025 йылда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү тәртибе тураһында мәғлүмәт бирҙе. Төп дәүләт имтиханын һәм Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү ҡағиҙәләрен боҙған сығарылыш уҡыусыларын ниндәй эҙемтәләр көтә икәнен аңлатты, имтихандар үткәреү технологияһындағы график һәм яңылыҡтар, һынау һөҙөмтәләрен әҙерләү һәм танышыу өсөн тәғәйенләнгән республика һәм федераль мәғлүмәт сервистары менән таныштырҙы.
– Бөгөнгө көндә киң таралған предметтарҙан профилле математика, информатика, йәмғиәтте өйрәнеү һәм биология һанала. Әлбиттә, фәнни йүнәлеш хәҙер кадрҙар әҙерләү һәм хеҙмәт баҙарындағы талаптарға яуап биреү өсөн билдәләүсе шарт булып тора, өҫтәүенә, был йүнәлеш – тәбиғи фәндәр йүнәлеше Республика вуздары тарафынан һайлана һәм унда бюджет урындары һаны сығарылыш уҡыусылары һаны менән яҡынса тап килә. Әлеге ваҡытта төп дәүләт имтиханында предмет һайлауҙа уҡыусылар физика һәм химия менән ҡыҙыҡһына. Беҙ ошо предметтарҙы, шулай уҡ профилле математиканы һәм информатиканы һайларға саҡырабыҙ. – тине ул. – 9-сы класты тамамлаусы уҡыусыларҙың һаны артты. 2025 йылда уларҙың тағы ла күберәк булыуы көтөлә – яҡынса 53000 бала. Ә 11-се класты тамалаусылар һаны ҡыҙғанысҡа ҡаршы кәмене. Әммә 9-ҙы тамамлап, күбеһе урта махсус учреждениелар һәм колледждарға инһә лә, аҙаҡ юғары уҡыу йортона инеү өсөн кире килеп БДИ тапшыралар. Һөҙөмтәләрен яҡшыртырға теләгәндәргә, 2024 йылдағы кеүек үк, быйыл да берҙәм дәүләт имтиханын ҡабаттан тапшырыу өсөн өҫтәмә көндәр иғлан ителәсәк. 4-5 июлдә улар ҡабат килеп, БДИ тапшыра ала. Әммә шуны аңларға кәрәк: һеҙ ошо көндә алған һөҙөмтәләр иҫәпкә алынасаҡ, ә беренсе алған һөҙөмтәләр алынмаясаҡ.
9-сы класс буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына килгәндә иң популяр предмет икенсе йыл инде – информатика, унан һуң йәмғиәтте өйрәнеү, география һәм биология икән, әммә 2025 йылда заданиелар ҡатмарлаштырылған, шуның өсөн предметты һайлағанда зинһар уйлағыҙ һәм ныҡлап әҙерләнегеҙ.
Әгәр резерв көндәрҙә һәм сентябрҙә үтәсәк өҫтәмә осорҙа имтихан тапшыра алмаһалар, был балалар тағы бер йылға ҡаласаҡ һәм икенсе тапҡыр 9-сы класс программаһын үтәсәк, йәки дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтеү өсөн ғаилә белеменә күсәсәк.
– 2023 йылда беҙҙә 2 мультибальник (2 предмет буйынса 100 балл алған балалар) булды. 2024 йыл беҙҙә 11 мультибальник, һиҙелерлек айырма бар, беҙ улар менән бик ныҡ ғорурланабыҙ. 2019 йылдан алып, беҙҙең статистика буйынса һуңғы 5 йылда барыһы 65 мультибальник иҫәпләнә. Әйткәндәй, республикабыҙ Башлығының 2021 йылдың 1 июлендәге указы буйынса БДИ һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған һәм БР территорияһында урынлашҡан ойошмаға ингән сығарылыш уҡыусыларына 150 мең һум премия ҡаралған, ә был уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусылар өсөн – 50 мең һум. 2024 йылда 118 уҡытыусы һәм беҙҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән 40 уҡыусы булды, – тип дауам итте Ләлә Зәйҙуллина. – Хәҙер ун беренсе класс уҡыусылары өсөн шәхси кабинеттар бар, унда улар йомғаҡлау иншаһы буйынса һөҙөмтәләрҙе күрә ала. Туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн дә шундай уҡ шәхси кабинет булдырыласаҡ.
2020 йылдан нейро селтәрҙәре нигеҙендә БДИ-ла ҡатнашыусыларҙы асыҡларға, махинациялар осраҡтарын булдырмаҫҡа ярҙам итеүсе система ҡулланыла. Шик тыуҙырған эштәр махсус ҡорамалдар ярҙамында, тәфтиш комитеты ярҙамында ентекле тикшерелә, мәҫәлән, берәй сығарылыш уҡыусыһының эштәрендә почергы оҡшаш булмаһа, эш иҫәпкә алынмай. 2024 йылда индерелгән яңы ҡағиҙәләр буйынса имтихан кимдары (контроль-үлсәү материалдары) һәм яуаптары ситкә тартылмаһын өсөн, бөтә эштәр шунда уҡ аудиторияла сканерлана һәм төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгенә ебәрелә.
Стәрлетамаҡтың сығарылыш уҡыусылары менән алып барылған эш тураһында мәғариф бүлегенең баш белгесе, муниципаль координаторы Светлана Седова һәм дәүләт йомғаҡлау аттесстацияһы баш белгесе Лариса Михайловна Юхнова һөйләне. Йыйылыш аҙағында уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре белгестәргә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе һәм тулы яуап алды. Бындай осрашыу ике яҡ өсөн дә отошло булғандыр һәм ата-әсәләрҙең дә, уҡыусыларҙың да борсоған һорауҙары ҡалмағандыр.
Гүзәл РӘМИЕВА
Автор фотолары.