Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Май 2025, 11:30

ҠАЛАБЫҘҘЫҢ «АЛТЫН ФОНДЫ» - УЛАР!

Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһендә «Намыҫ һәм уҡыусылар даны» байрамы үтте. Быйыл ул 27-се тапҡыр үткәрелә. Бөтә Рәсәй уҡыусылар, уҡытыусылар-остаздар олимпиадаһының төбәк һәм йомғаҡлау этаптары еңеүселәрен Һәм призерҙарын Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов ихлас ҡотланы.

ҠАЛАБЫҘҘЫҢ «АЛТЫН ФОНДЫ» - УЛАР!
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ «АЛТЫН ФОНДЫ» - УЛАР!

 - Балалар, һеҙ-ҡаланың «алтын фонды». Һеҙҙең бөгөнгө еңеүегеҙ  иртәгәһе көнөгөҙгә, тыуған ҡалағыҙҙың һәм бөтә илдең киләсәгенә бәйле. Һеҙгә ҡаҙаныштарығыҙҙа туҡтап ҡалмаҫҡа, билдәләнгән маҡсаттарға ҡыйыу алға барырға, фәндең яңы үрҙәрен яулауығыҙҙы теләйем, - тип билдәләне Эмиль Владиславович.

2024-2025 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡта Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабында 226 еңеүсе һәм призер һәм йомғаҡлау этабында 9 призер. Уҡыусыларҙы ҡотлап, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәрен һәм призерҙарын әҙерләгән педагогтарға рәхмәт белдерҙеләр. 144 педагог ҡаланың төрлө белем биреү усаҡтары вәкилдәре. Хакимиәт башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев уҡытыусыларға һәм остаздарға рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Ул уларҙың уҡыусыларҙың еңеүҙәренә индергән ҙур өлөшөн һәм юғары профессионализм кимәлен билдәләне, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының абруйлы статусын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сара һуңында белем учреждениеларының рейтингтары билдәләнде. Байрамды ҡалабыҙҙың ижади коллективтары илһамлы сығыштары менән биҙәне.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте сайтынан.

 

 

ҠАЛАБЫҘҘЫҢ «АЛТЫН ФОНДЫ» - УЛАР!
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ «АЛТЫН ФОНДЫ» - УЛАР!
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ «АЛТЫН ФОНДЫ» - УЛАР!
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ «АЛТЫН ФОНДЫ» - УЛАР!
Автор: Римма Галимова
Читайте нас