Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Май 2025, 11:59

Гимназияға тоғро ҡалған уҡытыусы

Биш тапҡыр башланғыс кластарҙың шишмә башында торған уҡытыусы булараҡ, Зифа Ғәббәс ҡыҙы Бикбаеваны ҡалабыҙҙа күптәр яҡшы белә. Ул ҡалабыҙҙың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.

Гимназияға тоғро ҡалған уҡытыусы
Гимназияға тоғро ҡалған уҡытыусы

Һәр уҡытыусының башҡаларҙан айырылып торған үҙенә генә хас һыҙаты була. Был осраҡта уның ҡалабыҙҙың башҡорт балалар баҡсаһы мөхитендә тәрбиәләнеп, аҙмы-күпме башҡортса аралаша белгән балалар менән эшләүе – туған тел яҙмышы өсөн борсолған кеше өсөн бик мөһимдер, тип уйлайбыҙ.

Ул Стәрлетамаҡтағы хеҙмәт юлын үҙгәртеп-ҡороу йылдарында ҡалабыҙҙың 2-се мәктәп-интернатында (һуңғы йылдарҙа лицей-интернат тип атала) башлаған.

Уҡытыусы һөнәренә һөйөү – башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән  бер туған апаһы Таңһылыуҙың хәрефтәрҙе матур итеп теҙеп яҙғанын күреп, һоҡланыуҙан башлана.

– “Апайым уҡытыусы булырға теләгән кеше хәрефтәрҙе белергә тейеш,” тип талапсан өйрәтә ине, шуға ла был һөнәрҙең аҫылына бала саҡтан төшөндөм тиһәм дә һис арттырыу булмаҫ” – ти Зифа Ғәббәс ҡыҙы.

Бер уйлаһаң, Белорет районының Ҡоҙғон-Әхиәр ауылында 8 балалы ишле ғаиләлә үҫкән Зифа, бала сағында табип булырға ла хыялланған, ҡустыһының “яраһын бәйләп” мәж килгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, урта мәктәпте тамамлаған ҡыҙ аграр институтҡа барырға ҡарар итә. Тик документтарын ваҡытында тапшырырға өлгөрмәй. Бер йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй ҙә, икенсе йыл документтарын Стәрлетамаҡтағы мәҙәни-ағартыу техникумына тапшыра.

Шулай Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Хәмзиндың һеңлеһе Зифа ла сәнғәт юлынан китә. Бейеү бүлегендә өс йыл уҡыу дәүерендә мәшһүр уҡытыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәлиф Хафиз улы Сәфиуллиндың бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Үҙе менән бергә уҡыған егеткә тормошҡа сыға. Алғараҡ китеп әйткәндә, Нәжип Нурулла улы менән ике ҡыҙ үҫтереп, өләсәй-олатай бәхетенә ирешкәндәр.

Декрет ялынан һуң хеҙмәт юлын юғарыла әйтеп уҙғанымса, 2-се мәктәп-интернатта тәрбиәсе булып дауам итә. Унда ике йыл ғына эшләп өлгөрә. Ҡалабыҙҙа башҡорт мәктәбе асылғас, шунда ритмика уҡытыусыһы итеп эшкә саҡырыла, 15 малайҙан торған ансамбль булдыра, ансамбль ҡала кимәлендә призлы урындар яулай башлай, хатта Гран-приға өлгәшкән саҡтары ла була. Бер аҙҙан башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп күсерелә. Шунан алып 5 башланғыс класты сығара. Уның күп йыллыҡ хеҙмәте БР фән һәм мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән баһаланған.

– Атай-әсәйем ҡыҙ балаларҙы тик уҡытыусы һөнәренә эйә булырға тейеш тигән уйҙа була торғайнылар. Шуға күрә ғаиләбеҙҙә үҫкән өс ҡыҙҙың уҡытыусы һөнәрен һайлауҙары осраҡлы түгелдер, тим. Ә инде үҙемдең эшемә килгәндә,  балаларҙы башҡорт теленә өйрәткәндә иң тәүҙә һандарҙы өйрәтеүҙән башлайым. Профессор Рәмзәнә Абуталипованың “физминутка”ларын ҡулланам. Һәр баланың барымына ҡарап “Урал батыр” эпосын ятларға бирәм. Әлбиттә, туған телде өйрәнеүгә орлоҡ ғаиләлә һалынырға тейеш. Бөгөн, иһә, мин гимназияға тоғро ҡалыуым менән бәхетлемен. Гимназия етәкселегенә һәм коллегаларыма рәхмәтлемен, – ти Зифа Ғәббәс ҡыҙы Бикбаева. Бер нисә быуынға белем биргән, башланғыс белем генә түгел, башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыға артабан да ең һыҙғанып, эшенән йәм табып эшләргә яҙһын.

Римма ҒӘЛИМОВА.

 Ә. Мансурова фотоһы (балалар менән) һәм ғаилә архивынан.

Гимназияға тоғро ҡалған уҡытыусы
Гимназияға тоғро ҡалған уҡытыусы
Гимназияға тоғро ҡалған уҡытыусы
Автор: Римма Галимова
Читайте нас