Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, Башҡорт сода компанияһының персонал һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Владимир Ануфриев һәм “Каустик” производствоһы директоры Владимир Князев сығарылыш уҡыусыларына сәләмләү һүҙҙәре һәм ҡотлауҙар менән мөрәжәғәт итте.
– Бөгөн һеҙҙең өсөн үҙенсәлекле көн – мәктәптең һуңғы ҡыңғырауы артта, ә алда – яңы мөмкинлектәр, асыштар һәм ҡаҙаныштар менән тулы тормош көтә. Быйыл 1073 ун беренсе класс уҡыусыһын сығарабыҙ. Шуларҙан 273 уҡыусы 1-се һәм 2-се дәрәжә “Уҡыуҙағы айырыуса уңыштары өсөн” миҙалдарын ала. Ата – әсәйҙәрегеҙгә һеҙҙе яратҡандары һәм ярҙамдары өсөн рәхмәт. Һеҙҙең һәр берегеҙгә белем биргәндәре, түҙемлектәре һәм ышаныстары өсөн уҡытыусыларығыҙ алдында баш эйәбеҙ. Һөнәр һәм тормош юлын һайлау аңлы һәм илһамлы булһын. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, тыуған ҡалағыҙ – Стәрлетамаҡтың һеҙҙе һәр ваҡыт көтөп тороуын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Бында һеҙҙе яраталар һәм ғорурланалар. Хәйерле юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары! Һеҙгә бәхет, киң офоҡтар һәм яҡты киләсәк теләйем! – тине Эмиль Владиславович.
Сығарылыш уҡыусыларына тантаналы рәүештә I һәм II дәрәжә миҙалдар, шулай уҡ миҙалсыларҙың ата-әсәләренә рәхмәт хаттары тапшырылды. Һөҙөмтәлә, I һәм II дәрәжә “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалдарын 273 уҡыусы алды. Шулай уҡ, Берҙәм Дәүләт Имтиханы буйынса 100 балл алыусыларға Башҡорт сода компанияһынан наградалар тапшырылды. Быйыл Стәрлетамаҡта 14 йөҙ балл йыйыусы, шул иҫәптән ике күп балл йыйыусы бар. Кисә дауамында “Стәрлетамаҡ-Арена” сәхнәһендә ҡаланың иң яҡшы ижади коллективтары – “Ҡояшҡай”, “Антре”, “Фламинго”, “Феникс”, “Илһам”, “Виват”, “Solo”, “Sun City” сығыш яһаны. Шулай уҡ, сығарылыш уҡыусыларын уҡытыусылар һәм мәктәп директорҙары ҡотланы. Таңғы 5-кә тиклем дауам иткән сара бал бейеүе менән тамамланды.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Автор һәм ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте сайтынан алынды.
Сарала ҡатнашыусылар фекере:
Лилиә ТАҠАУЛЛИНА, сығарылыш класс уҡыусыһының әсәһе:
- Һәр ата-әсә һымаҡ мин дә бик ныҡ тулҡынланам. Шул уҡ ваҡытта БЛИ миҙалсылары араһында булған улым өсөн сикһеҙ ғорурланам. Улыма ла, уның класташтарына ла тормош юлына баҫҡан мәлдәрендә бары тик аҡ юлдар, ышаныслы аҙымдар теләйем.
Алһыу НУРБАҠЫЕВА, 9-сы мәктәптең 11-се класс етәксеһе:
- Бөгөн айырыуса тулҡынланғыс ваҡиға. Сығарылыш класындағы 9 уҡыусыбыҙҙың 5-е – миҙалсылар. Уҡыусыларым – мәктәптең ғорурлығы. Тырышҡандары өсөн үҙҙәренә лә, ата-әсәләренә, әлбиттә, уларға белем биргән уҡытыусылар коллективына ла рәхмәт. Беҙҙең сығарылыш класс уҡыусылары, һис шикһеҙ, тормошта үҙ маҡсаттарына ирешер тип ышанабыҙ. Уй-хыялдары бойомға ашһын!