Лицей асыу - төбәктә белем биреүҙе үҫтереүҙә һәм һәләтле балаларға ярҙам итеүҙә мөһим этап. 360 уҡыусы дәрестәргә йөрөй ала, 250 йәшәү урыны ҡаралған. Төҙөлөшкә контракттың башланғыс хаҡы 2,8 миллиард һум. Проектты тормошҡа ашырыуға республика средстволарынан 465 миллион китә, ә финанслауҙың ҡалған өлөшө федераль бюджеттан бирелә. Лицей 2027 йылдың 6 декабренә тиклем уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер булырға тейеш. Уҡыу йорто бинаһында һөҙөмтәле уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар булдырылған: заманса уҡыу корпустары, торлаҡ блоктары, физкультура менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар, ашау өсөн бина, китапхана һәм башҡалар. Ике йыл һиҙелмәй үтер ҙә китер ул…
Р.Ғәлимова
Артем Ковшов фотоһы.