Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Август 2025, 12:15

БЕҘҘӘ НИСЕК БУЛЫР ИКӘН?

Минскиҙа 2025/2026 уҡыу йылына әҙерлеккә арналған берҙәм республика семинар-практикумы үтте. Ҡатнашыусылар мәктәпкәсә, дөйөм урта һәм махсус белем биреүҙе үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен тикшерҙе, шулай уҡ системаның 1 сентябрҙә көсөнә инәсәк ҡайһы бер үҙгәрештәргә әҙерлек кимәлен баһаланы.

БЕҘҘӘ НИСЕК БУЛЫР ИКӘН?
БЕҘҘӘ НИСЕК БУЛЫР ИКӘН?

Төп яңылыҡтар: спорт, дисциплина, технологиялар Яңы уҡыу йылынан алып белорус мәктәптәрендә уҡыусыларҙың һаулығын нығытыуға, дисциплинаны күтәреүгә һәм белем биреү процесын модернизациялауға йүнәлтелгән ҙур үҙгәрештәр индерелә. Аҙнаһына өс тапҡыр физкультура дәресе хәҙер мотлаҡ Төп ҡарарҙарҙың береһе – физик культура дәрестәренең һанын аҙнаһына өскә тиклем арттырыу. Был гиподинамия менән көрәшергә, физик әҙерлекте яҡшыртырға һәм уҡыусыларҙа әүҙем йәшәү рәүешенә тотороҡло ғәҙәт булдырырға тейеш. Дәрестәрҙең йөкмәткеһенә айырыуса иғтибар бүленә. Физкультураның өс дәресенең береһе тестар һәм контроль нормативтарһыҙ уйын дәресе булырға тейеш.. Уҡыусылар команда уйындары элементтарын үҙләштерәсәк: волейбол, баскетбол, футбол – координацияны, үҙ-ара эш итеү күнекмәләрен һәм команда рухын үҫтереүгә баҫым яһаясаҡ. Ә Башҡортостанда нисек булыр икән?

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: интернет селтәренән алынды.

БЕҘҘӘ НИСЕК БУЛЫР ИКӘН?
БЕҘҘӘ НИСЕК БУЛЫР ИКӘН?
Автор: Римма Галимова
Читайте нас