– Быйылғы слет элеккеләрҙән ҡай яғы менән айырылып тора һуң?
– География уҡытыусыларының слеты 2016 йылдан бирле үткәрелеп килде ул, ялан лагерҙары сиктәрендә, унда теләгән һәр уҡытыусы ҡатнаша ала ине. Ә быйылғы слет ике көн дауам итте. Сараны БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин асты, ул уҡытыусыларҙың һөнәри компетенцияларын нығытыу, уҡытыуҙың алдынғы методикалары менән алмашыу һәм яңы белем биреү алымдарын индереү өсөн сараның әһәмиәтен билдәләне. Министр һүҙҙәренсә, бындай осрашыуҙар уҡыусыларҙың предметҡа ҡыҙыҡһыныуын үҫтереүгә булышлыҡ итә, илһөйәрлек һәм тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләй.
Беренсе тапҡыр айырым һөҙөмтәләргә ирешкән уҡытыусыларҙы һайлап ҡына алып барҙылар. Алкинонан йыраҡ булмаған Шишмә районында тәжрибә уртаҡлаштыҡ. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының мәғариф өлкәһендә контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм белем сифатын баһалау идаралығы начальнигы Әлфиә Баҡыева һәм Мәғариф министрлығының мәғариф өлкәһендә контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге Һәм мәғариф сифатын баһалау идаралығының мәғариф сифатын контролдә тотоу һәм баһалау бүлеге начальнигы Альбина Хәбирйәнова белем биреү программаһын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаштылар. Төрлө ҡалаларҙан һәм райондарҙан йыйылған уҡытыусылар оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр, тәжрибә уртаҡлаштылар. Беҙ һәләтле балалар менән эш йүнәлешен, олимпиада хәрәкәтен, ҡаланың “Эрудит”, “Олимпионик” мәктәптәре эшен күрһәттек. Муниципалитеттың юғары һөҙөмтәләргә ирешкән уҡыусыларына ҡала хакимиәте башлығының стипендияһы, мәктәп уҡыусыларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусыларға дәртләндереү саралары тураһында ла фекер алыштыҡ. Патриот паркы экспозициялары буйлап экскурсияла булдыҡ, хәрби техника өлгөләре менән таныштыҡ, геройҙар аллеяһына һәм Партизан ауылына барҙыҡ.
– География фәненән 34 йыл уҡытҡан уҡытыусының хеҙмәт юлын да барлап китһәк ине.
– География уҡытыусыһы булараҡ хеҙмәт юлын үҙе тыуып үҫкән Дәүләкәндә башланым. Башҡорт дәүләт педагогия институтында география-биология уҡытыусыһы һөнәренә уҡыным. Тормошҡа сығып, Стәрлетамаҡҡа күсеп килгәс, ҡалабыҙҙың 4-се мәктәбендә уҡытҡанда фәнни-методик эш буйынса директор урынбаҫары ла булдым. Бында һигеҙ йыл эшләгәндән һуң Стәрлетамаҡтың 20 мәктәбендә уҡытҡанда 7 йыл тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары йөгөн тарттым.
Хәҙерге быуын уҡыусылары әлеге ваҡыттағы хәл-ваҡиғаларҙы айыра, аңлай белергә тейеш. 9 класта Рәсәйҙең геополитик хәле менән танышһаҡ, 10-11 класта геополитик географияны донъяуи масштабта күҙ алдына баҫтырабыҙ. Һәр дәресте донъяла барған ваҡиғаларҙан башлап, фекер алышыуға 10 минут бүләбеҙ.
– Уҡыусыларығыҙ араһында һеҙҙең һөнәрҙе һайлаусылар бармы?
– Бер уҡыусым Мәскәү дәүләт университетын, 3 уҡыусым 9 кластан һуң Төҙөлөш колледжының “Геодезия” бүлеген һайланылар.
Әйткәндәй, Римма Әсхәт ҡыҙы 2017 йылда “Йыл педагогы” конкурсында ҡала буйынса абсолют еңеүсе булды. Ә 2018 йылда республика кимәлендә үткән «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында финалға сығып еңде. Ул – Рәсәй Федерацияһының алдынғы уҡытыусыһы.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Еңеүҙәрегеҙ дауамлы булһын! Артабан да күберәк уҡыусыларығыҙ һеҙҙең юлды һайлаһын.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фотола: слеттан күренеш. Римма Жданова һүрәттә икенсе.